14 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
23 юл:
* [[Кузеев Искәндәр Рөстәм улы]] (1950), ғалим-инженер механик. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылда химик етештереү машиналары һәм аппараттары кафедраһы, 2009 йылдан — технологик машиналар һәм ҡорамалдар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987 йылдан «Технология, ресурс һәм ныҡлыҡ» ғилми тикшеренеү комплексының тармаҡ лабораторияһы етәксеһе, 1990 йылдан — директоры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2008). Сығышы менән [[Өфө ҡалаһы]]нан.
* [[Иркәбаев Олег Геннадьевич]] (Иркәбаев Этайн; 1955), театр актёры, режиссёр, педагог. 1991 йылдан Мари милли драма театры филиалы — Мари йәш тамашасы театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Мари республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм [[Марий-Эл Республикаһы]]ның (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. [[Фин-уғыр халыҡтары]] театрҙарының «Майатул» халыҡ ара фестивале дипломанты ([[Йошкар-Ола]], 2010). Мари-Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге дәүләт премияһы (1999) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Мишкә районы]] [[Тымбай]] ауылынан.
* Ибраһимов Шакир Шәғәлим улы (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Күмертау ҡалаһы «Акрополь» йәмғиәте мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2015).
}}</onlyinclude>
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/14_март» битенән алынған