Масьянов Иван Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
'''Масьянов Иван Иванович''' ([[12 март]] [[1907 йыл]]  — [[3 март]] [[1969 йыл]]).  — [[Бөйөк Ватан һуғышы]] яугире, гвардия өлкән сержанты, [[Дан ордены]]ның тулы кавалеры.
 
== Биографияһы ==
Масьянов Иван Иванович Масьянов 1907 йылдың 12 мартында [[Силәбе өлкәһе]] Урал районының Краснин ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
 
Урыҫ. [[1946 йыл]]дан [[ВКП (б)|/КПССКПССа]]ағзаһығзаһы. Дүрт синыфты тамамлаған. Кулакта ялланып эшләй, [[Тирлән]] урман хужалығында балта оҫтаһы була.
 
[[1927]]—1929 йылдарҙа [[Ҡыҙыл Армия]] кавалерия часендә хеҙмәт итә.
 
Хәрби хеҙмәтен үткәндән һуң, [[1929]]—1931 йылдарҙа Силәбе трактор заводында ағас бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй.  1931—1933 йылдарҙа — [[Башҡортостан]]дың [[Белорет районы]]  [[Байрамғол]] совхозында десятник-төҙөүсе, ә  артабанғы йылдарҙа - — [[Верхнеурал]]  ҡалаһында кейеҙ баҫыу заводында, Башҡортостандың Тирлән ҡалай прокатлау заводының  бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй. 
 
Башҡорт АССР Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан [[1942 йыл]]дың ғинуарында ҡабаттан Ҡыҙыл армияға  саҡырыла. 1942 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. [[Сталинград]] эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, ауыр йәрәхәт ала. Госпиталдән сыҡҡас, Дала фронтына  ебәрелә.
 
[[1945 йыл]]дың июнендә  гвардия старшинаһы. И.  И. Масьянов Масьянов  инвалидлыҡ буйынса Ҡыҙыл Армия сафынан сығарыла. Верхнеурал ҡалаһында  һуҡырҙар йәмғиәтендә балта оҫтаһы булып эшләй, Белорет урман пунктының ағас бысыу цехында  столяр була.   Белорет районының район үҙәгендә — Белорет ҡалаһында йәшәгән. 
 
1969 йылдың 3 мартында вафат була. Башҡортостандың Белорет районы Тирлән ҡасабаһында ерләнгән<ref>{{warheroes|id=4256}}}</ref>.
 
== Батырлығы ==
193-сө уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы  (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 53-сө армия, 2-се Украина фронты) өлкән гвардия сержанты Масьянов Иван 1944 йылдың  2 февраленән алып 8 февралгә тиклем осорҙа Корсунь-Шевченко ҡалаһынан көньяҡтараҡ һуғыштарҙа бер нисә тапҡыр командованиеға дошмандың көстәре һәм саралары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерә, взвод составында дошман урынлашҡан ергә үтеп инә, өс гитлерсыны әсирлеккә ала.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 февралендәге указы менән  немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн  гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов  3-сө дәрәжә Дан ордены (№  26607) менән бүләкләнә.
 
Шул уҡ 66-сы гвардия уҡсылар дивизияһының полкы  составында эш итеп, (18-се армия, 4-се Украина фронты), И.  И.  Масьянов 1944 йылдың 23 сентябрендә Украинаның Дрогобыч өлкәһе Полянка тораҡ пункты янында расчет менән пулеметты юҡ итә. 1944 йылдың 24 сентябрендә Польша ҡалаһы Самборҙан көньяҡтараҡ урынлашҡан Береги-Гурна тораҡ пункты эргәһендә, разведка төркөмө составында эш итеп, ҡыйыу хәрби разведчик дошман пулеметын асыҡлай һәм уны расчеты менән бергә шартлата.  
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 ноябрендәге  указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов 2-се дәрәжә Дан ордены (№  2765) менән бүләкләнә.
 
193-сө уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы  (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 26-сы гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) гвардия өлкән сержанты  Иван Масьянов  1945 йылдың 22-23  мартында  өс разведчик менән венгр ҡалаһы Балатонфекаяр тораҡ пункты янында дошмандың бер төркөм һалдаты менән алышҡа инә һәм күбеһен юҡ итә, бер нисәүһен әсирлеккә ала. 1945 йылдың 8 апрелендә, һуғыштарҙың береһендә  И.  И.  Масьянов һул янбашына   ярсыҡтарҙан йәрәхәт ала. 
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов 1-се дәрәжә Дан ордены (№  3736) менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була. 
 
== Бүләктәре ==
44 юл:
Славные сыны Башкирии. Уфа.
 
Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А.  Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. -672−672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
[[Категория:Дан ордены кавалерҙары]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]