Фекерләү (психология): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
6 юл:
 
== Эксперименталь тикшереүҙәр ==
[[Файл:I.P.Pavlov by Repin.jpg|thumb|left|150px|[[Павлов Иван Петрович|{{nobr|И. П. Павлов}}]] — академик, лауреат [[Нобель премияһы]] лауреаты; уның мәктәбе фекерләү процессын өйрәнә]]
Ошо ҡаҙаныштарға таянып, [[Павлов Иван Петрович|И. П. Павлов]] (XIX-XX быуаттар) шартлы һәм шартһыҙ рефлекстар күренештәрен аса, уларҙың һәр икеһенең дә баш мейеһе (уның ҡабыҡ һәм ҡабыҡ аҫты ҡатламдары) менән бәйле икәнлеген дәлилләй. И. П. Павловтың иҫбатлауы буйынса, нервының юғары баҫҡыстағы эшмәкәрлек нигеҙен [[шартлы рефлекс]] тәшкил итә. Улар һоро матдәнән торған ҡабыҡ эсендә башҡарыла. Ләкин был процесста ҡабаҡ аҫты ҡатламы ла ҡатнашмай ҡалмай. Шуныһы ла бар: кеше мейеһендәге шартлы рефлекстар [[шартһыҙ рефлекстар]]ға ҡарағанда өҫтөнлөк алып тора. Әсәнән тыуған индивид үсә барған һайын [[ысынбарлыҡ]] шарттарына күнегә бара, шуға шартлы рефлекстарҙың өлөшө ғөмүми баланста ла арта бара. Ул ғына ла түгел, индивидтың тәжрибәһе артҡан һайын (һәм ошо нигеҙҙә), шартлы рефлекстар камиллашә бара. Ябай тел менән әйткәндә, индивид үҙен солғап алған шарттарға яраҡлашҡандан-яраҡлаша тѳшә. Академик И. П. Павлов ошо шартлы рефлекстар механизмын сигналдар системаһы тигән төшөнсә арҡылы аңлата. Уның ҡарашынса, был система ике төрҙән тора: беренсе сигнал системаһы һәм икенсе сигнал системаһы. Уларҙың беренсеһе [[кеше]]ләргә лә, шулай ук [[хайуандар]]ға ла хас. Юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың нигеҙен шартлы рефлекстар тәшкил итә. Икенсе сигнал системаһы — һөләм теле. Ул фәҡәт кешеләргә генә хас. Шартлы һәм шартһыҙ рефлекстарҙың функцияларын тулыраҡ аңлау өсөн, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, кеше мейеһенең эске төҙөлөшөнә, структураһына туҡталырга кәрәк.