8-се кавалерия корпусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
Сталинград янында немецтарҙы тар-мар иткәндән һуң, 1943 йылдың февралендә корпус итлерсыларҙың фронтын йырып үтеп, Донбасстағы немец тылдары буйлап героик рейд башҡара. Башҡорт атлылары дошман тылына йөҙ километрға төпкә үтәләр һәм дошман тере көсөн юҡҡа сығара, гарнизондарын һәм штабтарын, техникаһын һәм коммуникацияларын ҡыйрата<ref>[http://samsv.narod.ru/Korp/Kk/kk08/default.html 8-й (7-й гв.) Бранденбургский кавалерийский корпус]</ref>.
 
1943 йылдың февралендә дошман тылына рейд [[Дебальцево (станция)|Дебальцево]] тирәһендә айырыуса уңышлы була. Дошманға тере көстә һәм хәрби техникала байтаҡ зыян килтерелә, 1480 әсилеккә эләккән хәрбиҙәр һәм совет граждандары азат ителә.
Фронттың көньяҡ учсткаһында немецтар Миусс йылғаһы буйында совет ғәскәрҙәренең һөжүмен кире ҡағыруға өлгәшә. Дебальцево тирәһендә ҡамауға эләккән кавалерия корпусы частары, ҡамауҙан сығырға маташҡандан һуң, әсирлеккә бирелергә мәжбүр булалар. Әсирлеккә яраланған корпуст командиры генерал-майор М. Д. Борисов та эләгә.