1 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
97 юл:
* [[Хәким Ғиләжев]] (1923—14.11.1997), [[башҡорт]] яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), [[Салауат Юлаев исемендәге премия|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1973). [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1971) ордендары кавалеры.
* [[Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы]] (1928—12.02.2006), башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1956). [[Башҡорт АССР-ы]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), [[СССР]]-ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
* [[Зайцев Михаил Алексеевич]] (1938—8.07.2010), комсомол, [[КПСС|партия]], хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 1995—1999 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] Рәйесе, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш [[БАССР Юғары Советы|Юғары Советы]] һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1997—1999 йылдарҙа [[Рәсәй Федерацияһы]] Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
* [[Мәхмүтйәнов Ринат Сәлих улы]] (1938), «Востокнефтезаводмонтаж» тресының 1973—1992 йылдарҙағы идарасыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]], [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] һәм [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев]] ордендары кавалеры. [[Өфө]] ҡалаһының [[Орджоникидзе районы (Өфө)|Орджоникидзе районының]] почётлы гражданы.
* [[Сөнәев Рәшит Әли улы]] (1943), ғалим-астрофизик. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1984), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992), [[Башҡортостан]] (1991) һәм [[Татарстан]] (1995) Республикалары Фәндәр академияларының почётлы академигы. Физика‑математика фәндәре докторы (1973), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары (2000, 2016) лауреаты. Сығышы менән [[Ташкент]] ҡалаһынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/1_март» битенән алынған