1 март: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
73 юл:
* [[Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы]] (1920—23.12.1998), [[ауыл хужалығы]] алдынғыһы. 1953 йылдан [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Фёдоровка районы]] М. В. Фрунзе исемендәге колхозда трактор бригадаһы бригадиры, 1966 йылдан — агроном, 1969—1980 йылдарҙа машина-трактор оҫтаханаһы мөдире. [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1966). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның Фёдоровка районы [[Денис]] ауылынан.
* [[Ғабдулла Байбурин]] (1925—19.04.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, [[тәржемә]]се. 1963 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). I дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]] ордены (1985) кавалеры.
* [[Мамлиев Рәшит Фәрит улы]] (1945), [[Төҙөлөш|төҙөүсе]], хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе, ғалим-инженер. 1992—2006 йылдарҙа [[Өфө]]ләге «Эре панелле йорттар төҙөү» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзы рәйесе. Техник фәндәр кандидаты. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, [[Рәсәй]]ҙең почётлы төҙөүсеһе. [[«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены]] кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Шишмә районы]] [[Шишмә]] ауылынан.
* [[Герасимов Николай Дмитриевич]] (1950—12.01.2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1990—1994 йылдарҙа [[Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты]]ның генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы [[икмәк]] бешереүсеһе.
* [[Гүзәл Ғәлиева]] (1955), шағир, журналист һәм тәржемәсе, 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/1_март» битенән алынған