Никола Иванов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Хәрби карьераһы: күренеште төҙәтеү
74 юл:
 
=== Хәрби карьераһы ===
[[Болгария]]ны берләштереүҙә ҡатнаша. 1885 йылдың 9 сентябрендә капитан званиеһын ала һәм Тырново-Сеймен отряды штабының начальнигы итеп тәғәйенләнә. [[Серб-болгар һуғышы]] ваҡытында Көнбайыш отрядтың Үҙәк колоннаһы начальнигы ҡарамағында йомоштар буйынса офицер була, Пирот алышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң 1886 йылда кенәз Александр I Баттенбергтың флигель-адъютанты итеп тәғәйенләнә, 1887 йылдан Хәрби министрлыҡ ҡарамағында бүлек начальнигы була. 1887 йылдың 1 апрелендә майор званиеһын ала. 1888 йылдан 10-сы пехота полкының командиры, 1889 йылдан 4-се бригада штабының начальнигы, 1890 йылдан 4-се кавалерия полкы командиры булып хеҙмәт итә. 1891 йылдың 2 авгусында подполковник званиеһын ала. 1891—1894 йылдарҙа Ғәскәр штабы начальнигы ярҙамсыһы һәм 1894—1896 йылдарҙа Ғәскәр штабы начальнигы була. 1895 йылдың 12 авгусында полковник званиеһын ала. 1896 йылдың 17 ноябрендә Һуғыш (Оборона) министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән. 1896 йылдың 29 ноябренән 1899 йылдың 30 ғинуарына тиклем Һуғыш (Оборона) министры була. Болгария көрсөгөнән һуң [[Рәсәй империяһы]]на ҡасҡан болгар офицерҙарын ҡайтарыуҙы тәмьин иткән<ref>{{cite book | last = Радев | first = Симеон | authorlink = Симеон Радев | title = Лица и събития от моето време. Том II | location = София | publisher = Издателство „Захарий Стоянов“ | year = 2014 | pages = 152 | isbn = 978-954-09-0873-1}}</ref>. 1899—1903 йылдарҙа полковник званиеһында 4-се Преслав пехота дивизияһы, ә 1903—1907 йылдарҙа — 2-се Фракия пехота дивизияһы менән командалыҡ иткән. 1900 йылдың 15 (27) ноябрендә генерал-майор званиеһын ала. 1907 йылдан 2-се хәрби-инспекцион өлкәһе начальнигы була. 1912 йылдың 2 авгусында генерал-лейтенант званиеһын ала<ref>'''Славова''', '''С.''', '''Дойнова''', '''Ц.''', ''Балканската война през погледа на един французин&nbsp;— сборник от документи'', София, 1977, Военно Издателство, с. 57-58</ref>.
 
=== Балҡан һуғыштары ===