5-се танк армияһы (СССР): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"5-я танковая армия (СССР)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

06:41, 25 февраль 2020 өлгөһө

5-се танк армияһы —СССР Ҡораллы көстәре составындағы оператив ғәскәри берекмәһе[1].

1942 йылдың 29 октябренән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 2-се формирование 5-се танк армияһы 8-се кавалерия корпусы (һуңынан 7-се гвардия кавалерия корпусы итеп үҙгәртелә) составында (Көньяҡ-Көнбайыш фронты (Бөйөк Ватан һуғышы)Көньяҡ-Көнбайыш фронты) хәрби ғәмәлдәрҙә һәм Сталинград алышында ҡатнаша.

1-се формированиеның тарихы

1-се формирование 5-се танк армияһы 1942 йылдың 5 июнендә баш командование ставкаһының 1942 йылдың 25 майындағы Директиваһы нигеҙендә булдырыла. Унда 2-се һәм 11-се танк корпустары, 340-сы уҡсылар дивизияһы, 19-сы айырым танк бригадаһы, 66-сы гвардия миномет полкы, 611-се РГК еңел артиллерия полкы, айырым элемтә батальоны, айырым зенит дивизионы, армия штабы һаҡлау ротаһы инә. Июль башында уны 7-се танк корпусы менән көсәйтәләр.

Ғәмәлдәге армия составында: 1942 йылдың 16 июненән алып 17 июлгә тиклем.

Яуҙарҙа ҡатнашыуы

1942 йылдың 16 июнендә армия Брянск фронты составына индерелә. 6 июлдән армияВоронеж-Ворошиловоград стратегик оборона операцияһыда (28 июнь — 24 июль) ҡатнаша.

Брянск фронты командованиеның 5-се танк армияһына (А. И. Лизюков) Воронежға һөжүм итеүсе немец төркөмө тылына һәм һул флангына һөжүм итеүҙе йөкмәтә. 5-се танк армияһын көсәйтеү маҡсатында ВГК Ставкаһы өҫтәмә рәүештә Калинин фронтынан 7-се танк корпусын (П А. Ротмистров) йүнәлтә[2].

 
«Көнсығыш фронты: май 1942 — 1942 ноябрь)» картаһы фрагменты (Воронеж ҡалаһы ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән)

3 июлдә 5-се танк армияһы Дон йылғаһына үтеп ингән дошман төркөмө коммуникацияларын тартып алырға һәм Воронежға ебәрмәү буйынса бойороҡ ала. Операцияны шул уҡ көндө башларға тейеш була, әммә ул ваҡытта буласаҡ хәрби ғәмәлдәр урынында Ротмистровтың 7-се танк корпусы ғына була һәм ул да кәрәкле районда ғәскәрҙәрен туплап өлгәрмәй[3].

Әҙерлек өсөн ваҡытбик аҙ була, А. И. Лизюковтың эре танк төркөмө менән идара итеү өсөн етерлек тәжрибәһе булмағагға күрә, бер үк ваҡыттағы ҡеүәтле һөжүм ойоштороу килеп сыҡмай. 6 июлдә тәүге булып һуғышҡа 7 -се танк корпусы инә[2], уға ярҙамға 611-се артиллерия полкын, ике мотоуҡсылар бригадаһын (2-се һәм 12-се), шулай уҡ 19-сы танк бригадаһын (полковник С. А. Калихович) бирелә[3][3].

7-се танк корпусы һуғышҡа разведка үткәрмәйенсә һәм тулыһынса тупланмайынса инә. Бынан тыш, немец танк корпустары Дон һәм Воронеж аша көнсығышҡа табан йүнәлеүе тураһындағы фараздар хаталы булып сыға[2]. 24-се немец корпус үҙ командованиеһыбойороғона ярашлы 4-се танк армияһын ҡапларға тейеш була [4] һәм, көтмәгәндә, совет 5-се армияһы частары менән осраша һәм уларҙың ниәттәрен асыҡлай. Совет 5-се танк армияһы разведкаһыҙ һөжүм итә[3].

7 июль көнөнөң аҙағына немец 9-сы танк дивизияһы частары, 7-се танк корпусының төп көстәре менән бәрелешеүҙән ситләшеп, Сухая Верейка йылғаһы буйлап яңы обороналау рубежына сигенә. Артабанғы ҡ көн эсендә 9-сы танк дивизияһы 11-се танк дивизияһы көстәре менән көсәйтелә һәм совет частарынның алға китешен тотҡарлау мөмкинлеге тыуа[3]. Аҙаҡтан танк дивизияларына алмашҡа пехота ебәрелә[3] һәм совет һөжүм тулыһынса туҡтатыла: шулай итеп, 5-се танк армияһы Землянскиға табан һөжүмде йәйелдереү өсөн оператив киңлеккә сыға алмай[3].

12 июлдә немец 11-се танк дивизияһы (107 танкы) совет 11-се танк корпусы (5-се танк армияһы) позицияларына һөжүм итә.Совет танктылары ашығыс рәүештә сигенәләр һәм күршеләш 7-се танк корпусының уң флангын асалар, һөҙөмтәлә 7-се танк корпусы тиҙҙән бик ҙур юғалтыуҙар менән тар-мар ителә[5].

5-се танк армияһы операцияһы уңышһыҙ тамамлана. Армия уның алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәмәй, тик немец танк берекмәләренең пехотаға алышыуын бер аҙ тотҡарлай[2]. Һуғыштан һуңғы мемуарҙарында күп кенә совет хәрби етәкселәре (Василевский, Казаков, Ротмистров, Лазарев һәм башҡалар) бер-берен һәм шәхсән командарм И. Г. Лизюковты ғәйепләйҙәр[3]. Әммә тарихсы И. Ю. Сдвижковтың баһаһы буйынса, уңышһыҙлыҡта Лизюковтың роле күпкә арттырылған: 5-се танк армияһының уңышһыҙлыҡтарын баштан уҡ юғары совет командованиеһының хаталы ҡарарҙары хәл итә[3].

Атап әйткәндә, И. А. Лизюков оперция башланыр алдынан контрудар өсөн 3-сө танк армияһын файҙаланыуыҙы тәҡдим итеп ҡарай, ул һуғышҡа тиҙерәк инә алыр ине, әммә уның 1942 йылдың 3 июлендәге телеграммаһы яуапһыҙ ҡала[3].

Ҙур юғалтыуҙар һәм һуғышҡа һәләтлегенә зыян килтерелеү сәбәпле ВГК Ставкаһының 1942 йылдың 15 июлендәге 170511-се директиваһына ярашлы 1942 йылдың 17 июлендә армия тарҡатыла; уның ялан идаралығы ВГК Ставкаһы резервына индерелә, ә берекмәләре һәм частары Брянск һәм Воронеж фронттарына тапшырыла.

Армия командирҙары составы

армия командующийҙары:

  • генерал-майор Лизюков Александр Ильич [июнь — июль 1942]
  • Хәрби советы ағзаһы — т/ғ генерал-майоры Туманян Гай Лазаревич [июнь — июль 1942]
  • армия штабы начальнигы: полковник Другов Павел Ильич [июнь — июль 1942]

2-се формирование тарихы

2-се формирование 5-се танк армияһы 1942 йылдың 3 сентябредә ВГК Ставкаһының 1942 йылдың 30 авгусындағы резервҡа индереү буйынса директиваһы нигеҙендә булдырыла. Армияға 1-се, 22-се, 26-сы танк корпустары, 119-сы уҡсылар дивизия һәмҡайһы бер айырым частар индерелә.

Яуҙарҙа ҡатнашыуы

1942 йылдың сентябрендә армия Брянск фронты составына индерелә. 29 октябрҙә 2-се формирование Көньяҡ-Көнбайыш фронтына тапшырыла һәм уның составында Сталинград алышында (1942 йылдың 17 июле — 1943 йылдың 2 феврале) ҡатнаша.

Был осорҙа армия составына алты уҡсылар дивизияһы (14-се һәм 47-се гвардия, 119-сы, 124-се, 159-сы һәм 346-сы уҡсылар дивизияһы), ике танк (1-се һәм 26-сы ) һәм бер кавалерия (8-се кавалерия корпусы), 8-се айырым гвардия танк бригадаһы, ике ут бөркөүсе танк батальоны, 8-се мотоциклет полкы инә. Армияны көсәйтеү өсөн уға резервтан 9 артиллерия полкы, 10 истребителдәр-танкыға ҡаршы полктары, 3 гвардия ут бөркөүсе полк, 5 зенит артиллерия полкы һәм башҡа частар тапшырыла.

Сталинград операцияһы башына армияла барыһы 103 627 кеше, 378 танк (КВ — 70, Т-34 — 153, Т-70 — 155), 1500-ҙән ашыу орудие һәм миномет иҫәптә тора. Шулай ла 444 самолет бүленә.

1943 йылдың ғинуар-февралендә, Донбасс йүнәлешендә һөжүм итеп, армия ғәскәрҙәре Морозовск (5 ғинуар), Тацинский (15 ғинуар), Каменск-Шахты (13 февраль), Красный Сулин (14 февраль) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

Февраль аҙағында Красный Луч тирәһендә Миус йылғаһына сыға һәм оборонаға күсә.

Армия командирҙары составы

армия командующийҙары:

  • генерал-майор Рыбалко Павел Семенович [июль — октябрь 1942 йыл]
  • генерал-майор Романенко Прокофий Логвинович [ноябрь — декабрь 1942 йыл]
  • генерал-лейтенант Попов Маркиан Михайлович [декабрь 1942 — ғинуар 1943 йыл]
  • генерал-майор, 1943 йылдың мартынан — генерал-лейтенант Шлемин Иван Тимофеевич [ғинуар — апрель 1943 йыл]

Армия Хәрби советы ағзаһы: т/ғ генерал-майоры Туманян Гай Лазаревич [август 1942 — апрель 1943 йыл]

армия штаб начальниктары:

  • полковник Другов Павел Ильич [август — ноябрь 1942 йыл],
  • генерал-майор Данилов Алексей Ильич [ноябрь 1942 — апрель 1943 йыл]

1943 йылдың 20 апрелендә армия тарҡатыла, уны ялан идаралығы Көньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы 12-се армияһы ялан идаралығы итеп үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Радиоконтроль — Тачанка / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1980. — С. 667. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 7).
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Исаев А. В. Когда внезапности уже не было. История ВОВ, которую мы не знали. — М.: Эксмо, Яуза, 2005. — С. 34—37. — 479 с. — ISBN 5-699-11949-3.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Сдвижков, 2014
  4. История второй мировой войны 1939—1945. М.: Воениздат, 1975. Т. 5. С. 151
  5. Сдвижков, 2014, с. 271—272

Әҙәбиәт

  • Сдвижков И. Ю. Генерал Лизюков и его армия. — Воронеж: Центрально-Чернозёмное издательство, 2014. — С. 36-37,374-378. — 384 с. — Тираж 300 экз. — ISBN 978-5-7458-1277-4
  • Танковые армии // Радиоконтроль — Тачанка / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1980. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 7).
  • Великая Отечественная война 1941—1945 гг.: Действующая армия. — М.: Animi Fortitudo, Кучково ноле, 2005.
  • Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Издание второе, исправленное и дополненное. Киев, издательство политической литературы Украины, 1979.
  • Военный энциклопедический словарь. М., Военное издательство, 1984.
  • Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945». М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.

Сығанаҡтар

  • 5-я танковая армия на сайте Танковый фронт.
  • Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945» / М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.