Макаев Ғариф Дәүләт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
33 юл:
Тәүге наградаһын — [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]] — 1942 йылдың июлендә Олым йылғаһы буйында обороналау алыштары өсөн ала ([[Брянск фронты]]). 1942 йылдың октябрендә уға подполковник дәрәжәһе бирелә.
 
1942 йылдың 20 ноябрендә, Сталинград һөжүм операцияһында ([[Көньяҡ-Көнбайыш фронты (СССР)|Көньяҡ-Көнбайыш фронты]]) ҡатнашып, 1943 йылдың мартында ҡаты яралана һәм тыл госпиталендә 1943 йылдың 1 мартына тиклем дауалана.
 
1943 йылдың 9 авгусынан командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә, 1944 йылдың 14 ғинуарынан 7‑се запастағы полкының 4-се запастағы кавалерия бригадаһы САВО ([[Алматы]] ҡалаһы) командиры була. Бригада тик кавалерия корпустарын тулыландырыу менән шөғөлләнә. 1944 йылдың йәйендә бригада Киев хәрби округына (Изяславль ҡалаһы) бандерсылар менән көрәш алып барыу өсөн ебәрелә. 1946 йылда полковник званиеһы бирелә.