Көньяҡ-Көнбайыш фронты (Бөйөк Ватан һуғышы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Фронт көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә 1941 йылдың 22 июнендә СССР НКО-һының 1941 йылдың 22 июнендәге бойороғо нигеҙендә Киев Махсус хәрби округы базаһында 5-се, 6-сы, 12-се һәм 26-сы армиялар составында булдырыла. Артабан унда 3, 9, 13, 21, 28, 37, 38, 40, 57, 61, 8-се һауа армиялары инә.
 
1941 йылғы сик буйы бәрелештәр барышында фронт ғәскәрҙәре илдең көньяҡ-көнбайыш сик буйҙарында «Көньяҡ» немец армиялар төркөмөнөң һөжүмдәрен кире ҡаға. Фронттың механизацияланған корпустары Дубно — Ковель — Броды тирәһендәге танкылар алышында дошмандың алға китешен тотҡарлайҙар. (дошман менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк танкыларҙы юғалтып) һәм фронттың төп көстәренә Львов выступынанһикәлтәһенән сығырға һәм ҡамауҙан ҡотолорға ярҙам итәләр. Июлдең икенсе яртыһында — август башында, Көньяҡ фронты частары менән бергә, Умань һәм Киев тирәһендә ҡамауға эләгәләр. Фронт ғәскәрҙәре ауыр юғалтыуҙар кисерә. Әсирлеккә генә 500 мең яугир һәм командирҙар эләгә. Фронт командующийы генерал-полковник Кирпонос, фронт штабы начальнигы генерал-майор Тупиков һәм фронттың Хәрби советы ағзаһы Бурмистенко, ҡамауҙан сығырға маташҡан саҡта, һәләк булалар.
 
1941 йылдың сентябрь — ноябрендә көсөнә Көньяҡ-Көнбайыш фронты ҡалдыҡтары [[Курск]], [[Харьков]], Изюм ҡалаларынан көнсығышыраҡ рубежға сигенәләр һәм унда новобранецтархеҙмәткә яңы алынғандар менән тулыландырылалар.
 
1941 йылдың декабрендә фронт уң яғы көстәре менән Ельцы операцияһын үткәрә, 1941 йылдың декабрендә — 1942 йылдың ғинуарында уң яғы көстәре менән Курск-Обоян операциһын үткәрә, ә Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре менән берлектәге һул яҡ ғәскәрҙәре менән Барвенок-Лоза операцияһын үткәрә һәм, 100 километрға алға шылып, Северский Донец йылғаһының уң яҡ ярында эре плацдармды яулап ала. 1942 йылдың май аҙағында йәйелдерелгән бәрелештә (ул Харьков тирәһендәге алыш булараҡ билдәле) фронт ғәскәрҙәре ҡамауға эжләгә һәм бик ауыр юғалтыуҙар кисерә.