Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
60 юл:
1943 йылдың 5 декабрендә (Сталин Конституцияһы көнө) Фәйзрахмандың һул ҡалаҡ һөйәге аҫтына снаряд ярсығы инеп ултыра. Күп ҡан юғалтып өлгөргән 19 йәше менән барған йәш егетте Дружковка ҡаласығы госпиталенә алып киләләр.
 
1944 йылдың 8 апрелендә 15-се айырым мотомехбригада составында уларҙы тағы алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Көньяҡ Украина, Молдова ерҙәрен дошмандан азат иткән Карпат-Днепр стратегик һөжүм итеү сиктәрендәге Одесса хәрби операцияһында ҡатнаша. Көньяҡ Буг йылғаһы ярында, Тирасполь ҡалаһы ҡаршыһында оборонала ятҡанда, дауахананан һуң нығынып та өлгөрмәгән организм тағы бирешә. Яугир ҡурҡыныс диагноз - үпкә плевриты менән тағы госпиталгә эләгә. Был юлы Одесса ҡала госпиталендә ярты йыл дауалана, һәм табиптарҙың иҫ киткес ныҡышмалылығы арҡаһында ғына тере ҡала. Бигерәк тә йәһүд милләтле өлкән йәштәге табип әбейҙе йылы итеп хәтерләй ул.<ref>''Минсулу Абдуллина''. Слово об отце./ На земле Салавата. 25 мая 2005 года. № 43</ref>
 
<!-- В декабре 1942 г. 6-я армия в составе Воронежского, с 19 декабря 1942 г. — Юго-Западного (2-е формирование, с 20 октября 1943 г. — 3-й Украинский) фронтов участвовала в Среднедонской наступательной операции (16-30 декабря), а в конце января — феврале 1943 г. — в операции по освобождению Донбасса и в отражении контрнаступления немецких войск южнее Харькова. В Донбасской операции армия прошла с боями около 250 км, освободила г. Лозовая (16 сентября) и к концу операции своим левым флангом вышла к Днепру, форсировала его и захватила плацдарм в районах Звонецкое и Войсковое.