Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
 
== Хәрби хеҙмәте ==
1943 йылдың март айында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. III Украин фронты армияһы составында Украина ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Йәш сержант башта автоматсы, артабан - пулемётсы булып хеҙмәт иткән, отделение командиры булған.
Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 1925 йылдың 24 июлендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Олатайым Фәтхетдинов Фәссәхетдин Фәтхетдин улының ике ҡатыны булған, исемдәре Фәхерниса, Мәстүрә. Атайымдың инәһе - йәш инәй, Мәстүрә. БАССР-ҙың элекке Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районының Илсекәй ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, атайым Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, көсө еткән колхоз эштәрендә ҡатнашып йөрөгән: ат менән ер һөргән, сәскән, иген урған.
Уны 1943 йылдың мартында әрме хеҙмәтенә алалар. Алты ай Алкино хәрби часында хәрби күнекмәләр алалар. Был осорҙо атайым бик аяныс итеп хәтергә ала ине: буласаҡ яугирҙар аслыҡтан яфаланған. Ырымбур өлкәһе Платовка станцияһында урынлашҡан Краснохолм пехота училищеһына ла алып баралар. Тик унда урта белемлеләрҙе генә ҡабул иткәндәре асыҡлана.
Ниһайәт, 1943 йылдың сентябрендә 2000 һалдатты Өфө станцияһынан теплушкаларға тейәп оҙаталар.
Атайым, өлкән сержант, III Украин фронтына ҡараған 170-се уҡсылар полкы составында отделение командиры вазифаһында һуғыша.
Днепр йылғаһы аша тимер юл күпере емерек хәлдә була. Ары-бире терәтелгән свайҙарҙа ғына торғанлыҡтан, бер юлы тик икешәр вагонды ғына сығарып булған. Шулай хитланып, юғалтыуҙар кисереп, ҡаршы ярға сығып бөтәләр. “Вагондарҙан төшөүгә, киҫәкләп, сей ит тараттылар. Кем нисек әтмәләштерә ала, шулай итеп ризыҡланы был өлөштәрҙе. Шул саҡ, ялтырауыҡ күк төҫкә буялған тәреле немец самолёттары килеп сыҡты һәм, утлы ямғыр менән ҡойондороп, осоп китте. Күп кенә иптәштәр һәләк булды”.
Был ваҡиғалар Урта Дон һөжүм операцияһы менән тап килә. Кәрәк булған һайын, окоптар ҡаҙып, оборонаға әҙерләнеп, өшөп-туңып, ҙур ауырлыҡтар менән үтәләр һалдаттар көҙгө юлды. Ҡыш тыны һиҙемләнһә лә, яугирҙарҙың күбеһенең өҫтөндә йоҡа гимнастёрка, шинель һәм аяҡтарында обмотка була.
17:29 1943 йылдың 5 декабрендә (Сталин Конституцияһы көнө) атайымдың һул ҡалаҡ һөйәге аҫтына снаряд ярсығы инеп ултыра. Күп ҡан юғалтып өлгөргән 19 йәше менән барған йәш егетте Дружковка ҡаласығы госпиталенә алып киләләр. "Табиптарға ҙур рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Шунда "Батырлыҡ өсөн" миҙалын тапшырғайнылар" тип һөйләгәйне атайым. .
1944 йылдың 8 апрелендә 15-се айырым мотомехбригада составында уларҙы тағы алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Көньяҡ Украина, Молдова ерҙәрен дошмандан азат иткән Одесса хәрби операцияһында ҡатнаша. Көньяҡ Буг йылғаһы ярында, Тирасполь ҡалаһы ҡаршыһында оборонала ятҡанда, дауахананан һуң нығынып та өлгөрмәгән организм, еүеш һалҡын окоптарҙың кире тәьҫиренәндер, тағы бирешә. Атайым ҡурҡыныс диагноз - үпкә плевриты менән тағы госпиталгә эләгә. Был юлы Одесса ҡала госпиталендә ярты йыл дауалана, һәм табиптарҙың иҫ киткес ныҡышмалылығы арҡаһында ғына тере ҡала. Бигерәк тә йәһүд милләтле өлкән йәштәге табип әбейҙе йылы итеп хәтерләй ине атайым. Үҙен ғәйепле һанап аҡланғандай: - Бына шул сир арҡаһында Румынияны, Сербияны азат итеүҙә ҡатнаша алманым инде, - ти ине ул, көрһөнөп. Һәм өҫтәп ҡуйыр ине: - Һеҙҙең өсөн, тыуасаҡ балаларым өсөн, йәшәргә тейеш булғанмындыр, ахыры.
Атайым "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн" миҙалдары, "Отличный пулемётчик" билдәһенә лайыҡ булған. Еңеүҙең 40 йыллығы (1985) уңайынан II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнде
Стәрлетамаҡ колхоз рәйестәрен әҙерләү ауыл хужалығы мәктәбен отличие менән тамамлап, Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 30 йылдан артыҡ ғүмерен Салауат районындағы XXI партсъезд исемендәге колхоздың баш агрономы булып намыҫлы хеҙмәт итте.
Бик күңелсәк, тәьҫирләнеүсән, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла йөрәге аша үткәреп, фәһем алып һәм ғибрәт итеп йәшәне атайыбыҙ. Өлгөлө шәхес булды. ғәҙел, намыҫлы, башын ғорур йөрөтөүсе, тура һүҙле, хәстәрлекле, шәфҡәтле етәксе лә, яғымлы, шаяртып, күңел күтәреүсе атай ҙа булды ул. Ҡыҙыҡһыныусан, киң эрудициялы ине, бик күп нәфис әҙәбиәт уҡыны.
Беҙ, атай-инәйебеҙҙең биш балаһы, талапсан ҙур мөхәббәткә ҡоролған мөнәсәбәттәр солғанышында дөрөҫ тәрбиә һәм тормош йүнәлеше алып үҫтек. Һәм бының өсөн атайыбыҙ Фәйзрахман Фәссәхетдин улына, инәйебеҙ Сафия Нәғим ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
 
 
 
<!-- В декабре 1942 г. армия в составе Воронежского, с 19 декабря 1942 г. — Юго-Западного (2-е формирование, с 20 октября 1943 г. — 3-й Украинский) фронтов участвовала в Среднедонской наступательной операции (16-30 декабря), а в конце января — феврале 1943 г. — в операции по освобождению Донбасса и в отражении контрнаступления немецких войск южнее Харькова. В Донбасской операции армия прошла с боями около 250 км, освободила г. Лозовая (16 сентября) и к концу операции своим левым флангом вышла к Днепру, форсировала его и захватила плацдарм в районах Звонецкое и Войсковое.