Хо Га И: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Хегай, Алексей Иванович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:13, 18 февраль 2020 өлгөһө

Хо Га И (허가이 (許哥而), Рәсәй Империяһы һәм Советтар Союзында Алексей Иванович Хегай тип тә билдәле (1908 йылдың 18 марты (буранайы), Хабаровск, Рәсәй Империяһы — 1953 йылдың июль (майайҙың) 2 көнө, Пхеньян, КХДР) — Рәсәй һәм Корея инҡилапсыһы, КХДР-ның фирҡә һәм дәүләт эшмәкәре.

Тормош юлы

Хабаровскиҙағы корей мәктәбе уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Етем булып ҡалғас, эшләргә мәжбүр булһа ла, мәктәпте бөтөрә алған. 1924 йылда Бөтә Союз Ленин Коммунист Йәштәр Берләшмәһенә (урыҫ. ВЛКСМ) инеп, әүҙем комсомол эшмәкәре булып китә, 1930 йылдың аҡъюлайында (декабрендә) Бөтә союз (большевиктарҙың) Коммунист Фирҡәһенә инә. 1932 йылда Алыҫ Көнсығыш крайы комитеты сәркәтибе булып тәғәйенләнә.