Ҡылым замандары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
=
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''ҠЫЛЫМ ЗАМАНДАРЫ,''' ''грамматик категория'', эш, хәл‑торош, хәрәкәттең объектив ваҡыттың билдәле бер һөйләү моментында башҡарылыуын белдерә. Ҡ.з. категорияһының грамматик мәғәнәһе хәбәр ''һөйкәлеше'' формаһында ғына бирелә һәм ысынбарлыҡта реаль башҡарылған (үткән заман), йәки булып ятҡан (хәҙ. заман) йә булмаһа башҡарыласаҡ (киләсәк заман) процесты белдерә. Хәҙ. ''башҡорт телендә''Ҡ.з. категорияһы күп төрлө грамматик формалар м‑н бирелә, улар структураһы [синтетик (зат, заман, һан м‑н үҙгәреүсе ҡылым нигеҙенә ''аффикстар'' ҡушыу юлы м‑н яһала) һәм аналитик (хәл ҡылым йәки сифат ҡылымға “бул‑”«бул‑», “тор‑”«тор‑», “ине‑”«ине‑» ярҙамсы ҡылымдары ҡушылып яһалған формалар)] һәм семантикаһы [билдәле (һөйләүсе хәрәкәттең башҡарылыуына тулыһынса инанған эш-хәрәкәтте аңлата) һәм билдәһеҙ (башҡарылыуы шик тыуҙырған эш‑хәрәкәтте аңлата)] б‑са айырыла.
 
'''Үткән заман.''' Башҡ. телендә үткән замандың абсолют һәм сағыштырма мәғәнәләрен айырып йөрөтәләр. Абсолют мәғәнәһе эш-хәрәкәттең һөйләү ваҡытына бәйле һәм түбәндәге грамматик формаларҙа бирелә: 1) билдәле үткән заман нигеҙ ҡылымға -ды аффиксын һәм уның фонетик варианттарын (ҡара: ''Морфемика'') ҡушыу ярҙамында яһала  “сыҡты”«сыҡты» [ул сыҡты]. Һөйләүсе үҙе ҡатнашҡан, үҙе шаһит булған эш, хәл‑хәрәкәттәрҙе, ваҡиғаларҙы күрһәтеү өсөн ҡулланыла; 2) билдәһеҙ үткән заман ҡылым нигеҙенә -ған аффиксы ҡушып яһала. 2‑се һәм 3‑сө зат формалары һөйләүсе үҙе ҡатнашмаған, үҙ күҙе м‑н күрмәгән хәл‑ваҡиғаларҙы белдерә: “киткән”«киткән» [ул киткән]; 1‑се затта бындай форма перфект мәғәнәһен аңлата: “яңылышҡанбыҙ”«яңылышҡанбыҙ» (беҙ яңылыштыҡ); 3) билдәле күптән үткән замандың бер нисә аналитик формаһы бар: -а аффикслы хәл ҡылым м‑н “торғайны‑”«торғайны‑» ярҙамсы ҡылымдарынан яһала  “күҙәтә«күҙәтә торғайным”торғайным» [мин күҙәттем]; ‑ыр аффикслы сифат ҡылым м‑н “ине”«ине» ярҙамсы ҡылымдарынан (тик 3‑сө затта ғына) яһала: “торор«торор ине”ине» [ул торған]; ш. уҡ -а аффикслы сифат ҡылым м‑н “булды”«булды» ярҙамсы ҡылымдарынан яһала  “һөйләр«һөйләр булды”булды» [ул һөйләгән]. Һөйләүсе үҙе ҡатнашҡан йәки шаһиты булған элек булып үткән хәл-ваҡиғалар мәғәнәһен аңлата; 4) билдәһеҙ күптән үткән заман ике аналитик форма м‑н бирелә: -ыр аффикслы сифат ҡылым м‑н “булған”«булған» ярҙамсы ҡылымынан  “килер"килер булған [ул килгән]; һәм -а аффикслы хәл ҡылым м‑н “торған«торған булған”булған» ярҙамсы ҡылым берләшмәһенән яһала: “ҡайта«ҡайта торған булған”булған» [ул ҡайтҡан]. Һөйләүсе үҙе ҡатнашмаған, үҙ күҙе м‑н күрмәгән, күптән үткән эш, хәл‑ваҡиғаларҙы белдерә һәм ике форманың да төп грамматик мәғәнәһе булып тора. Сағыштырма мәғәнә тәүҙәге контекста йәки бер үк һөйләм эсендә булып үткән хәл-ваҡиғалар м‑н бәйләнеш мәғәнәһен күрһәтә; түбәндәге грамматик формаларҙа сағыла: 1) тамамланмаған үткән заман -а аффикслы хәл ҡылым м‑н “ине”«ине» ярҙамсы ҡылымынан яһала: “беҙ«беҙ сыҡҡанда, ул ҡайтып килә ине”ине»; һөйләүсе үҙе ҡатнашҡан йәки шаһит булған ҡасандыр булып үткән ваҡиғалар м‑н бәйле ваҡытты аңлата; 2) билдәле элек үткән заман нигеҙ ҡылымға -ғайны аффиксы ҡушып яһала: “улар«улар ҡайтҡанда, мин йоҡлағайным”йоҡлағайным»; икенсе бер эш‑хәрәкәттән алда башҡарылған, һөйләүсегә таныш процесты аңлата; 3) билдәһеҙ элек үткән заман -ған аффикслы сифат ҡылым м‑н “булған”«булған» ярҙамсы ҡылымдарынан яһала: “малай«малай килгәндә, улар йәшенгән булған”булған»; икенсе бер эш‑хәрәкәттән алда башҡарылған һәм һөйләүсегә таныш булмаған хәл‑ваҡиғаларҙы белдереү өсөн ҡулланыла.
 
'''Хәҙерге заман''' формаһы нигеҙ ҡылымға -а аффиксы ҡушып яһала һәм грамматик мәғәнәләренең төрлөлөгө м‑н айырылып тора. Хәҙ. заман хәл‑ ваҡиғаны һөйләү, йәғни хәҙ. момент м‑н тап килеүен белдерә; ул ғәҙәттә аналитик форма м‑н бирелә: ‑ып аффикслы хәл ҡылым м‑н “ултыр‑”«ултыр‑», “йөрө‑”«йөрө‑», “тор‑”«тор‑», “ят‑”«ят‑», “кил‑”«кил‑», “бар‑”«бар‑» ярҙамсы ҡылымдарынан яһала  “ҡайтып«ҡайтып килә”килә». Хәҙ. актуаль ваҡытҡа бер нисә төрө булған хәҙ. актуаль булмаған ваҡыт ҡаршы ҡуйыла: 1) хәҙ. абстракт ваҡыт, һәр ваҡыт ҡабатланып торған йәки оҙайлы эш- хәрәкәттәрҙе күрһәтеү өсөн ҡулланыла һәм ''ҡылымдың''семантикаһында йәки контекста бирелә: “республикабыҙҙа«республикабыҙҙа дүрт миллиондан артыҡ халыҡ йәшәй”йәшәй»; йәки һәр ваҡыт даими булып торған хәл‑ваҡиғаларҙы аңлата, беҙҙе уратып алған тирә‑яҡтың типик күренештәрен һүрәтләй; был айырыуса ''мәҡәл'' һәм ''әйтемдәрҙә''күҙәтелә: “күлде«күлде ҡамыш матурлай, ирҙе намыҫ матурлай”матурлай»; 2) хәҙ. һүрәтләү ваҡыты, ваҡыт м‑н бәйләнеше булмаған мәғәнәгә эйә булып, художестволы һүрәтләүҙәрҙә ҡулланыла. Хәл‑ваҡиғаларҙы икенсе пландағы ваҡытҡа күсереү хәҙ. заман формаһын ҡулланыуҙың айырым тибы булып тора: 1) үткәндәге хәл-ваҡиғаларҙы хәҙ. һымаҡ (хәҙ. тарихи) итеп һүрәтләү художестволы-һүрәтләү телмәрендә ҡулланыла; 2) киләсәктә (ғәҙәттә ваҡыт ''рәүештәре'' м‑н берлектә) башҡарырға теләгән ниәт; айырыуса хәрәкәт ҡылымдарына хас: “иртәгә«иртәгә китә”китә».
 
'''Киләсәк замандың'''ике грамматик формаһы бар: 1) билдәһеҙ киләсәк заман нигеҙ ҡылымға -ыр аффиксы ҡушып яһала; эш‑хәрәкәттең киләсәктә үтәлеүенә ышанып етмәүҙе белдерә һәм уның грамматик мәғәнәһенең үҙенсәлеге булып тора: “осрашырбыҙ”«осрашырбыҙ»; 2) билдәле киләсәк заман нигеҙ ҡылымға ‑асаҡ аффиксы ҡушып яһала: “һаҡланасаҡ”«һаҡланасаҡ»; эш‑хәрәкәттең киләсәктә башҡарылыуына ныҡлы ышаныс булыуын белдерә; башлыса публицистик, рәсми-эш телмәрендә ҡулланыла.
 
''Әҙәб.:'' Киекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 1966.
 
''М. В.Зәйнуллин.''
 
''Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов''