Яуап көнө: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Яуап көнө, ҡиәмат көнө, мәхшәр көнө - Аллаһы тәғәләнең кешеләр өсөн иң һуңғы хөкөмө.
 
Ҡиәмәт булыуы - Аллаһ Тәғәләнең ғәҙеллегенең күренешелер. Был көндө һәр гонаһ өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Донъяла кешеләрҙе битәрләп, ҡыйырһытып йөрөгәндәр бер нисек тә ҡотола алмаясаҡтар. Ул ваҡытта аҡсала, мөлкәттә, дәрәжәлә таныш-белештәрҙә, көстә – береһе лә ярҙам итмәйәсәк. Һәр кеше үҙенең ғәмәлдәре өсөн үҙе яуапҡа тарттырыласаҡ. Ҡотолоу мөмкин түгел, иллә мәгәр Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән генә. Иманлыларға үә изгелектә булғандарға Раббыбыҙ рәхмәтен яуҙырыр, ә йүнһеҙҙәргә әйләнеп тә ҡарамаҫ. Был көн ғәҙеллек көнө. Ҡөрьән Кәримдең күп кенә сүрәләрендә һәм аяттарында Раббыбыҙ ҡиәмәт тураһында гел зикер итеп тора, уның күп кенә билгеләрен белдереп, һанап күрһәтә. Хатта сүрәләр ҙә ҡиәмәт исеме менән аталған. Мәҫәлән: “Үәҡиғәһ” (Ҡолаусы), “Тәғәбүн”, (Үҙ-ара яла яғыу) “Ҡийәмәһ” (Ҡиәмәт), “Ғәшийә”- (Ҡаплаусы). Тулыраҡ мәғлүмәт: www.dagvat.ru
 
== Ҡөрьән, әл Бәҡара сүрәһе 109-114-се аяттар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Яуап_көнө» битенән алынған