Михай Мункачи: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биография: викилаштырыу
26 юл:
 
== Биография ==
Михай Либ 1844 1844 йылдың [[20 февраля]]ендә Мункачта сығышы менән Бавариянан булған ауыл чиновнигы ғаиләһендә тыуған, ул саҡта был Австро-Венгрия империяһы ере (әле Мукачево, Закарпатье өлкәһе , [[Украина]]).
 
Ауыр , ҡайғылы хәлдәр малайҙың яҙмышында бәләкәй саҡтан уҡ осрап торған. Атаһы иртә үлеп киткәс, ете йәшлек Михайҙы атаһының туғаны уллыҡҡа ала. Ағаһы малайҙы балта оҫтаһына өйрәнсеклеккә бирә. Өс йыл был һөнәрҙе өйрәнгәндән һуң, уға оҫтаханала ауыр эштәр башҡарырға тура. Михай сирләп китә һәм кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта . Терелә башлағас, Михай һүрәт төшөрөүгә әүәҫләнә һәм гравюраларҙың копияһын эшләй башлай. Был осорҙа ябай ғына кеше булған ағаһы малайҙың яҙмышында бик мөһим роль уйнай. Ул Михачтың һәләтен күреп, һүрәт һәм сәнғәт уҡытыусыһына дәрестәр алырға йөрөргә рөхсәт итә. Һүрәт төшөрөү буйынса тәүге дәрестәрҙе Михайға рәссам Элек Самоши биргән. Шулай итеп, Михай сәнғәттә үҙенең тәүге аҙымдарын яһай башлай.
 
Шунан Михай [[Будапешт]]ҡа киткән һәм билдәле рәссам Антал Лигети ярҙамы менән сит илдә уҡыу өсөн стипендия алыуға ирешә . [[1865 йыл]]да ул [[Вена|Вена]]ға китә , бер йылға яҡын Веналағы һынлы сәнғәт академияһында Карл Ралдә уҡый. Шунан тағы берәр йыл [[Мюнхен]]дә һәм Дюссельдорфта уҡый. Был осорҙа ул [[Париж]]да була, бында ул француз сәнғәтенең иң күренекле өлгөләре менән таныша. Йәш рәссам үҙенә псевдоним итеп тыуған ҡалаһының (Мункач) атамаһын ала.
 
[[1869 йыл]]да Мункачи «Үлемгә хөкүм ителгәндең камераһында» картинаһын яҙа, ул [[Парижский салон|Париж салон]]ындасалонында (күргәҙмәлә) [[1870 йыл]]да күрһәтелә, картина авторға алтын миҙал һәм киң билдәлелек килтерә. Оҙаҡламай Мункачи [[Париж]]ға күсенә һәм оҙаҡ ваҡыт ошо ҡалала эшләй.
 
Михай Мункачи ижадының башында рус күсмә рәссамдарына (передвижник) яҡын була. Париждағы Салон күргәҙәмһендә булған рус рәссамдары һәм тәнҡитселәре уның эштәренә юғары баһа бирә: Владимир Стасов уны «" Еропаның иң ҡәтғи һәм тыйып торғоһоҙ реалистарының береһе »", тип атай. Илья Репин венгр рәссамының эштәре художество яғынан юғары кимәлдә яҙылғанын билдәләй. Мункачиҙыңң һуңғы эштәрен [[ Илья Репин]] менән Константин Коровиндың Париж осоро эштәренә оҡшаш тип табалар<ref>www.arts-museum.ru/events/archive/2015/munkacsy/index.php</ref>.
 
Мункачи - — [[Иисус Христос]] тураһындағы трилогия авторы . Был трилогияны яҙыр алдынан рәссам ниндәй ҙур әҙерлек алып барғанын йәмәғәтселек уның ҡатыны Цецилияға яҙған хаттары донъя күргәс кенә белә. Мункачи [[Библия]]ны башынан аҙағынаса бер нисә тапҡыр яңынан уҡып сыға, француз философы һәм яҙыусыһы, дин тарихы белгесе Эрнест Рена́ндың «Иисустың тормошо» әҫәрен яҡшылап өйрәнә.
 
Иерусалим преторияһындағы (Иудеялағы Рим наместнигының ваҡытлыса резиденцияһы) күренеште мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ итеп күрһәтер өсөн, рәссам бик күп кейем тарихы буйынса альбомдар һәм Библияла яҙылған сюжеттар буйынса картиналарҙы ентекләп ҡарап сыға.
 
Мункачи Парижда эмиграция өсөн документтар көткән йәһүдтәрҙе үҙ оҫтаханаһына һүрәткә, фотоға төшөрөргә тип саҡыра. Был фотоһүрәттәрҙе һуңыраҡ ул картиналарын яҙғанда ҡуллана.
 
Барлығы Мункачи « Христос Пилат алдында» (1881) картинаһы өсөн 35 эскиз яҙа. Был трилогиянан икенсе картина— «Голгофа» (1884) , өсөнсөһө  — «Ecce Homo» (1896). Тәүгеһен Америка эшҡыуары Джон Уонамейкер һатып ала, уның өйөндә янғын сығып, был картина саҡ юҡҡа сыҡмай. Тәүге ике картинаны йәмәғәтселек хуплап ҡаршы ала, гәзиттәрҙә рәссамды маҡтап бихисап мәҡәлә донъя күрә. Ләкин йылдар үтеү менән тарихи ысынбарлыҡты күрһәткән картиналар сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай башлай. Уонамейкер ҙа өсөнсө картинаны алырға ашыҡмай. «"Ecce Homo»"ны инглиз- венгр консорциумы һатып ала, ә һуңыраҡ ул бай венгр завод эйәһе һәм сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыусы Фридьеш Дериға һатыла<ref>maxpark.com/community/6782/content/3751422</ref>.
1919 йылда Дери үҙенең бай коллекцияһын (тарихи документтар, картиналар, боронғо аҡсалар, китаптар) Венгрия дәүләтенә бүләк итә. 1928 йылда Дебреценда был байлыҡты һаҡлау өсөн айырым бина төҙөлә. Музей Фридьеш Дери исемен йөрөтә.
 
1890-сы йылдарҙа рәссамдың таҙалығы ныҡ ҡаҡшай — уның аҡылынан яҙа һәм сифилис менән сирләй. Мункачи 1900 1900 йылдың [[1 май]]ында Эндених психиатрия дауаханаһында ( [[Бонн]]ға яҡын) вафат була.
 
Рәссам Мункачиҙың эштәренән ҙур коллекция хәҙер [[Будапешт]]тағы Венгрия милли галереяһында һаҡлана .
 
2015 йылда Мәскәүҙә А. С. Пушкин исемендәге Рус һынлы сәнғәт музейында М.Мункачиҙың Венгрия милли галереяһында һәм Имре Пакхтың шәхси коллекцияһында һаҡланған картиналар күргәҙмәһе үтте<ref>https://tvkultura.ru/article/show/article_id/131023</ref>.
 
== Әҫәрҙәре ==