Хорхе Луис Борхес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
31 юл:
1930 йылдарҙа Борхес Аргентина әҙәбиәте, сәнғәте, тарихы, киноһы буйынса бик күп эссе яҙа. бер үк ваҡытта «El Hogar» журналында колонка алып бара, унда сит ил авторҙарының китаптарына рецензиялар, яҙыусыларҙың биографияларын яҙа. 1931 йылда Аргентинала Виктория Окампо нигеҙ һалған алдынғы әҙәби «Sur» журналы сыға башлау менән унда даими рәүештә баҫыла, Вирджиния Вульф әҫәрҙәрен тәржемә итә. 1937 йылда ул классик Аргентина әҙәбиәте анталогияһын нәшер итә. 1930 йылдан алып уйҙырма менән ысынбарлыҡты ҡуша, булмаған китаптарға рецензиялар яҙа һ.б.
 
1930 йылдар һуңы Борхеса өсөн ауыр була: тәүҙә ул өләсәһен ерләй, һуңынан - — атаһын. Шуға күрә ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү уның елкәһенә төшә. Шағир Франсиско Луис Бернардес ярҙамында яҙыусы Буэнос-Айрестың Альмагро районындағы Мигель Кан китапханаһына һаҡлаусы булып урынлаша һәм ваҡытын шунда китап уҡып, китап яҙып үткәрә. Шунда башын ярып, саҡ сепсистан үлмәй ҡала. [[1937]]—[[1946 йыл]дарҙа китапханасы булып эшләүен Борхес, шул ваҡытта уның тәүге шедеврҙары донъя күреүгә ҡарамаҫтан, һуңынан «туғыҙ бик бәхетһеҙ йыл» тип билдәләй.1946 йылда власҡа Хуан Доминго Перон килгәс, ул китапханалағы вазифаһынан бушатыла.
 
Хорхе Луис Борхес Адольфо Биой Касарес һәм Викторияның һеңлеһе Сильвина Окампо менән бергә 1940 йылда Фантастик әҙәбиәт анталогияһын һәм 1941 йылда Аргентина шиғриәте анталогияһын сығара. Биой Касарес менән бергә ул дона Исидро Пароди тураһында детектив хикәйәләр яҙа; улар матбуғатта «Бустос Домек» һәм «Суарес Линч» псевдонимы менән баҫыла. Борхестың «Ficciones» әҫәре Аргентина яҙыусылар союзының гран-приһына лайыҡ була. «Поэмы (1923—1943)» атамаһы аҫтында Борхес алдағы өс китабындағы шиғырҙарын Борхес «Sur» журналында һәм «La Nación» гәзитендә баҫтыра.
 
1944 йылдың авгусында Биой Касареста һәм Сильвины Окампола ҡунаҡта булғанда Борхес Эстель Канто менән таныша һәм ғашиҡ була. Эстель уны иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе тип һаналған «Алеф» хикәйәһен яҙырға илһамландыра<ref>{{cite web|url=http://www.me.gov.ar/efeme/jlborges/1941-1950.html|title=(1941-1950)|accessdate=2013-01-31|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E60fSzjU?url=http://www.me.gov.ar/efeme/jlborges/1941-1950.html|archivedate=2013-02-01}}</ref>. Әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Борхес Эстелға тәҡдим яһай, әммә уларҙың никахы булмай, 1952 йылда мөнәсәбәттәре туҡтала<ref>{{cite web|url=http://www.pagina12.com.ar/diario/suplementos/radar/subnotas/1953-296-2005-01-16.html|title=Página/12 :: radar|accessdate=2013-01-31|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E60gM7pq?url=http://www.pagina12.com.ar/diario/suplementos/radar/subnotas/1953-296-2005-01-16.html|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
40 юл:
 
[[Файл:Frondizi y Borges.jpg|thumb|right|Аргентина президенты Артуро Фрондиси менән осрашыу, 1958]]
1950 йылдар башы Аргентинала һәм унан ситтә Борхестың һәләте танылыу менән билдәле. 1950 йылда Аргентина яҙыусылар союхы уны үҙенең рәйесе итеп һайлай. Был вазифала ул өс йыл эшләй. Парижда Борхестың тәүге французса тәржемәһе - — «Вымыслы» (исп. Ficciones, 1944) донъя күрә. Шул уҡ ваҡытта Буэнос-Айреста кеше интеллектының хаос менән көрәше енәйәт тикшереүе кеүек һүрәтләнгән «Смерть и буссоль» әҫәре сыға. 1952 йылда яҙыусы Аргентина испандарының үҙенсәлеге тураһында «Язык аргентинцев» эссеһын баҫтыра. 1953 йылда «Алеф» тупланмаһындағы ҡайһы бер әҫәрҙәре «Хитросплетения» (фр. Labyrinths) китабында француз телендә донъя күрә. Шул уҡ йылда «Emecé» нәшриәте Борхестың тулы йыйынтығын сығара башлай. 1954 йылда режиссёр Леопольдо Торре Нильссон Борхес хикәйәһе буйынса «Дни ненависти» фтльмын төшөрә<ref>{{cite web|url=http://www.me.gov.ar/efeme/jlborges/1951-1960.html|title=(1951-1960)|accessdate=2013-02-08|archiveurl=https://www.webcitation.org/6EKsZiRzH?url=http://www.me.gov.ar/efeme/jlborges/1951-1960.html|archivedate=2013-02-10}}</ref>.
 
<!--В 1955 после военного переворота, который сверг правительство Перона, Борхес был назначен директором Национальной библиотеки Аргентины (хотя уже почти ослеп) и занимал этот пост до 1973.