Семёнов Вернер Макарович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
 
== Ғаилә хәле ==
Вернер Семёнов ике тапҡыр өйләнә. Беренсе тапҡыр ул 1971 йылда тыуған ауылы Яҡупҡа йүнәлтмә буйынса килгән ҡыҙыҡайға өйләнә. Ул Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылынан була. Был ваҡытта егеткә 26 йәш була. Инде бар тиҫтерҙәре өйләнеп бөткән. Бер үҙе генә буйҙаҡ. Атаһы Макар Филипповичкә ауылға практикаға килгән ҡыҙ оҡшап ҡала һәм егеттең ай-вайына ҡуймай өйләндереп тә ҡуялар. 1972 йылда беренсе улдары Руслан, 1974 йылда икенсе улдары Олег тыуа. Әммә ҡатыны үҙ һөнәре буйынса эшләргә теләй, үҙ яҡтарына ҡайтыу хыялы менән йәшәй. Тик Вернер ата-әсәһен ҡалдырырға теләмәй. Бер кҡн эштән ҡайтыуына уны буш фатир ҡаршылай. Туғыҙ йыл бергә йәшәгән кәләше балаларын алын тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Вернерҙың күңелендә бушлыҡ барлыҡҡа килә. Нимә эшләргә белмәй йөрөгәнендә, гәзит-журналдар уҡырға әүәҫләнеп ала. "Эшсе ҡыҙ" ("Работница") журналын ҡарап ултырғанда, бик матур шиғырға тап булы. Был шиғыр Вернер күңелендә йыр булып тыуа. Ғаилә менән йәшәгәндә музыка менән шөғөлләнергә мөмкинселек булмай, ике бала тыныс тәрбиә талап итә.
 
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==