Семёнов Вернер Макарович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
43 юл:
 
== Хәрби хеҙмәт ==
Хәрби хеҙмәткә Вернер Магнитогорский ҡалаһына институтта уҡып йөрөгәндә саҡырыла. Хәрби комиссариат уны һауа десант ғәскәрҙәренә (ВДВ) ебәрергә теләй. Тик Вернер төҙөлөш батальонына барырға теләген белдерә. Уның теләген ҡәнәғәтләндерәләр. Ул Мәскәү янындағы хәрби төҙөлөш батальонына эләгә. Уға Мәскәү ҡалаһындағы бик күп төҙөлөш объекттарында эшләргә тура килә. Шулай уҡ, ул ваҡыттағы йола буйынса, совхоз һәм колхоздарға ярҙам ға ла йөрөтәләр. Хәрби частән төҙөлөш майҙанынаса сафта баралар. Ошонда йырға әүәҫ егет башлап йырлаусы булып йөрөй. Хәрби батальонда хеҙмәт иткән һалдаттарға хеҙмәт хаҡы ла түләнгән. Ул ошо аҡсаға Мәскәүҙән бик матур баян һатып ала. Ошо баян ғүмеренең аҙағынаса уның тоғро юлдашы була.
 
== Ижади үрҙәре ==