Биологик систематика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
85 юл:
 
7.'''Төр''' — species
 
'''Төр''' ({{lang-la|species}}) — морфологик, физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәре нәҫелдән килеү буйынса оҡшаш булған, иркен ҡауышыусы һәм үрсемле тоҡом биреүсе, йәшәүҙең билдәле бер шарттарына яраҡлашҡан һәм тәбиғәттә билдәле бер өлкәлә — ареалда йәшәгән заттар йыйылмаһы.
 
'''Төр''' — тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдар) систематикаһының төп берәмеге. Элементар (иң бәләкәй) таксономик һәм систематик берәмек.
 
Теләһе ниндәй үҫемлек йәки хайуан эҙмә -эҙлекле рәүештә иерархиялы ете категория иҫәбенә инергә тейеш. Систематикала күбеһенсә өҫтәмә категорияларға айыралар, бының өсөн түбәнге приставкалар ҡулланалар sub-, инфра- (infra-) һәм super-, мәҫәлән : инфра-класс.