Башҡорт балы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
Башҡортостан — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, солоҡ балы (ҡырағай урман балы) табыла торған Ер шарында берҙән-бер урын.
 
Солоҡсолоҡ, кәсеп булараҡ, боронғо [[Башҡортостан]] территорияһында бик күптән булған. Был турала 1500 йыл элек ерләнгән, Бөрө ҡәберлегендә [[1902]] йылда табылған солоҡсолоҡ кәрәк-яраҡтары һәм боронғо башҡорт кешеләренең Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарына төшөрөлгән һүрәттәре һөйләй.
 
Башҡорттарҙа [[Солоҡсолоҡ|солоҡсолоҡтоң]] ныҡлап үҫеше [[XVIII быуат|XVIII быуатҡа]] тура килә. Рәсәй фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты [[Рычков Пётр Иванович|П. И. Рычков,]] Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп, былай тип яҙа: «…''бөтә ерҙә бал ҡорттары булған урман», башҡорттарҙың төп табышы «йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм солоҡсолок… Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар''».
17 юл:
1914 йылда билдәле рәсәй географы В. П. Семенов Тян-Шанский мөхәррирлеге аҫтында баҫып сығарылған «Россия. Полное географическое описание нашего Отечества» юл китабында былай тип яҙылған:''«Өфө губернаһында иң яҡшы бал биреүсе урман умартасылығы Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә, шулай уҡ бер ни тиклем Бөрө өйәҙендә һәм бик аҙ кимәлдә Бәләбәй өйәҙендә тупланған. Урындағы умартасылыҡ менән башлыса башҡорттар һәм бер аҙ урыҫ крәҫтиәндәре булыша; уларҙың тәүгеләренең хужалығында умарта баштары аҙ һанлы булһа, икенселәрендә шаҡтай ҙур күләмдә (умарта баштары 1000-гә тиклем етә). Бөтә губернала ялан умартасылығы киң таралған. Өфө губернаһынан Ҡаҙан һәм Мәскәү ҡалаларына 3-4 мең ботҡа тиклем [49,1 — 65,5 тонна] йүкә балы оҙатыла һәм был ҡалаларҙың иң ҙур бал йәрминкәләрендә һатыла.»''
 
Солоҡсолоҡ Башҡортостанда[[Башҡортостан]]да күп быуаттар дауамында үҫешкән, солоҡ ағастарына ырыу [[Тамға|тамғалары]] ҡуйылған һәм улар киләһе быуындарға мираҫ буйынса күскән. Умартасылыҡ өсөн кәрәк ҡорамалдар: кирәм — юкәнән ишелгән бау йәки күндән үрелгән ҡайыш бау, ул солоҡсоға ағаста киҫеп һалынған киртләстәргә аяҡтары менән баҫып, ағасты һәм үҙен ныҡлап уратып, ҡыҫып тотоп, солоҡ ағасына үрмәләп менергә ярҙам иткән бау; ләнге — ҡорт ояһын ҡарағанда баҫып тороу өсөн солоҡ аҫтына эләктереп-беркетеп ҡуя торған аҫлыҡ- баҫҡыс. Әлбиттә, башта буласаҡ солоҡ өсөн ҡыуышлы ағасты табалар, ағасҡа менер өсөн балта менән ағас тәнендә тәрән булмаған арҡыры киртләстәр һалалар, ҡыуышты ҙурайтып уялар, эсендәге сүп-сарҙан таҙарталар, 1-2 йыл дауамында елләтәләр, артабан ҡыуыш тишеген ҡалын таҡта менән ябалар, ағас бейеклеккә үҫмәһен өсөн, уның башын ҡырҡып осоралар. Артабан урмандағы ҡырағай ҡорттар был ағас тишегенә оялағас, йәйҙең июль айҙарында ҡорт ғаиләһенең хәлен тикшерәләр, балы булһа, уны киҫеп алалар. Солоҡсо төп ҡорамалдары ярҙамында солоҡ ағасы буйынса бик юғарыға, 4-5 ҡатлы йорт бейеклегендәге солоҡҡа үрмәләп менә, ләнгене ағасҡа беркетә. Шунан ләнгегә баҫып, үҙенең арҡаһында алып менгән йүкә бауҙы ағас ботағы аша бауландырып ергә төшөрә һәм, ағас төбөндә торған ярҙамсыһы ағас батманды (силәкте, күнәкте) бау менән нығытып бәйләгәс, батманды бау менән юғарыға, үҙе янына күтәрә. Бал ҡорттары ваҡытынан алда шаулап-ҡотороп китмәһен өсөн, бик ҙур һаҡлыҡ менән генә солоҡ тишеген балта, ҡасау һәм өтөргө менән аса. Артабан төтөнләткес менән ағас ҡыуышына төтөн өрҙөрөп, ҡорттарҙы ҡортсоно саҡмаҫлыҡ хәлгә килтерә (борондан урмандағы янғындан һаҡланыу өсөн бал ҡорттары төтөн еҫен һиҙеп ҡалһа, үҙҙәренең урттарына запас бал ҡаба, шунан ояһынан сыға, артабан инде уларҙың ҡаяуҙары ҡортсоно саға алмаҫлыҡ хәлгә инә). Ҡортсо бик һаҡ ҡына, сәбәләнмәйенсә генә ағас тишеген тикшерә, шунан һуң ғына солоҡтағы балды умартасының кәкере бысағы менән ҡырҡып ала һәм уны батманға тейәй. Батманы тулғас һәм ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға ашарлыҡ бал ҡалдырғас, бауланған батманды ярҙамсыһына төшөрә. Артабан солоҡ тишеген тығыҙлап ябып ҡуя һәм ҡорттар кире солоҡ эсенә инһен өсөн солоҡтоң бәләкәй генә кейәһен асып ҡалдыра. Ҡайһы саҡ солоҡсолар бал ҡорттары өсөн ағас ҡыуышынан тыш, бейек ағастарға эсе соҡоп эшләнгән бүрәнә умарталарҙы күтәртәләр һәм, ботаҡтар өҫтөнә ныҡлап ултыртып, тартып бәйләп ҡуялар ҙа, солоҡтарҙы киләһе йылға тиклем тыныс ҡалдыралар.
 
Йыл һайын башҡорт халҡының борондан килгән солоҡсолоҡ кәсебенең үҙәге булған [[Бөрйән районы|Бөрйән районындағы]] [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы|Шүлгәнташ]] [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы|ҡурсаулығында]] Солоҡ умартасылары көнө байрам ителә, унда бөтә Бшҡортостан умартасылары йыйыла, сит илдәрҙән дә тәжрибә отоп алырға бик күп умартасылар килә, мәҫәлән, польша умартасылары. Улар үҙҙәрендә был кәсепте тергеҙеү менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә солоҡ умарталары [[Шүлгәнташ]] ҡурсаулығында һәм ҡайһы бер шәхси умартасыларҙың хужалығында бар, әммә күпселек умартасылыҡтар бал ҡорттарын заманса рамлы ағас умарталарҙа тоталар. Башҡорт ҡорто популяцияһы [[Башҡортостан Республикаһы]] закондары тарафынан һаҡлана.
 
=== Башҡорт бал ҡорто ===