Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
=
1 юл:
[[Файл:Кылым.jpg|thumb|350px|right|Ҡылым таблицала]]
'''Ҡылым''' — үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән [[һүҙ]]ҙәр ҡылым тип атала. Ҡылымдар ''нимә(ни) эшләй, нимә(ни)эшләне, нимә(ни) эшләй ине, нимә(ни) эшләй торғайны, нимә(ни) эшләр'' тигән һорауҙарҙың береһенә яуап була: Дәрес ''бара''. Имтихандар ''башланды''. Атай иртәгә ''әйтер''. Бөтәһен дә ''һөйләп бирәсәкмен''.<ref>[https://welcome-english.ru/blog/10-interesnyh-glagolov/ Ғәҙәти булмаған ҡылымдарҙы өйрәнеү]</ref>
 
'''ҠЫЛЫМ,''' хәрәкәтте йәки хәл‑торошто процесс булараҡ аңлатҡан һәм һөйләмдә башлыса хәбәр функцияһын үтәгән ''һүҙ төркөмө''. ''Башҡорт телендә'' Ҡ. лексик нигеҙе бойороҡ һөйкәлешенең берлектәге 2‑се зат формаһы м‑н тап килә, процестың нейтраль мәғәнәһен аңлата. Телмәрҙә үҙенең грамматик системаһы м‑н бәйләнешендә (һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе) генә асыҡлана һәм сағыла. Семантик йөкмәткеһе б‑са арауыҡта төрлө күсеү йүнәлештәрен һәм ысулдарын аңлатҡан хәрәкәт Ҡ.: “төш‑”, “һикер‑”; физик һәм интеллектуаль эшмәкәрлек Ҡ.: “эшлә‑”, “уҡы‑”; арауыҡта йәшәйештең һәм хәл-тороштоң төрлө ысулдарының мәғәнәһен аңлатҡан хәл-торош Ҡ.: “йәшә‑”, “ултыр‑”; фекерләү эшмәкәрлегенең төрлө яҡтарын тасуирлаған фекерләү Ҡ.: “аңла‑”, “дөйөмләштер‑”; телмәр Ҡ.: “һөйлә‑”, “бәхәсләш‑”; физиологик һәм психологик хәл-торошто белдергән Ҡ.: “йоҡла‑”, “борсол‑”; хис‑тойғо һәм һиҙемләү Ҡ.: “ҡыуан‑”, “ишет‑”; ш. уҡ тәртип, өн‑, һыноҡшатыу һ.б. төр Ҡ. айырып йөрөтәләр. Лексик мәғәнәне тулыһынса аңлатыуға бәйле үҙ аллы һәм ярҙамсы Ҡ. айыралар. Үҙ аллы Ҡ. лексик мәғәнәһе була, ярҙамсы Ҡ. төрлө грамматик мәғәнәләрҙе (ваҡыт, модаль, аспектуаль, һүҙьяһалыш һ.б) аңлатыу өсөн ҡулланыла.
 
Башҡ. Ҡ. ''һүҙьяһалышында'' аффиксация һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу иң продуктив ысул булып тора: “йырлап ебәр‑”, “ҡаушай төш‑” һ.б. Хәҙ. башҡ. телендә Ҡ. түбәндәге ''грамматик категориялар'' м‑н характерлана: ''зат'', ''йүнәлеш'', ''күсемлелек‑ күсемһеҙлек категорияһы'', ''ҡылым замандары'', ''модаллек'', ''һан'', ''һөйкәлеш'', ''юҡлыҡ категорияһы''; ш. уҡ төр формаһының (ҡара: ''Төр'') мәғәнәләре бар. Башҡ. Ҡ. үҙгәрмәүсе формалары: хәл ҡылым, сифат ҡылым, инфинитив һәм исем ҡылым.
 
== Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған