Семёнов Вернер Макарович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Вернер Семёнов 1945 йылдың 19 февралендә Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгәнгә, тормоштоң әсеһен- сөсөһөн татып үҫкән. Башланғыс белемде ике класс тыуған ауылында, артабан күрше Васильевка ауылында ала. Артабан уҡыуын Күмертау ҡалаһында яңы асылған Юрий Гагарин исемендәге интернат -мәктәптә дауам итә. Интернат-мәктәптә уҡығанында ул үҙешмәкәр түңәрәктең әүҙем ҡатнашыусыһы була. Шунда уға баянда уйнарға өйрәнең теләге тыуа.Баян түңәрәгенә йөрөй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәй сәбәп менәндер түңәрәк эше туҡтап ҡала, әммә Вернер баянда уйнарға өйрәнеүен дауам итә.Интернат-мәктәптең баянын ҡулынан төшөрмәй.
Уның икенсе шөғөлө лә була. Спорт буйынса ла бик әүҙем шөғөлләнә. Бар спорт ярыштарында ла беренсе урындарҙы яулай. Физкультура уҡытыусыһы Дәминов Әмир Исхаҡ улы уны тренер булырға өндәй.
Каникул ваҡыттарында Мораптал совхозында эшләп ярым баян һатып ала. Шул ваҡыттан инде музыкаға һөйөүе арта. Үҙе у!нап, үҙе йырлап бар халыҡты таң ҡалдыра.Урта мәктәпте тамамлағас, бер ҙә икеләнмәй "әртис" булырға теләк белдерә. Әммә атаһы ҡаршы ссығасыға. "Әртис булып
йәшәп булмай, һиңә өйләнеп, балалар тәрбиәләргә кәрәк!" - тигән һүҙҙәре уны төҙөлөш буйынса уҡырға керергә мәжбүр итә.
 
== Вернер исеменең сере ==
Бала сағында Вернер үҙ исеменән ояла торған булған. Башҡорт балалары араһында ул Үәрнәр булып йөрөгән. Атаһынана ни өсөн Вернер тип атанығыҙ тигән һорауы оҙаө йылдар сер булып ҡалған. Ул һәр саҡ уның һорауына әлегә иртәрәк әле тип яуаплаған. Макар бабай 98 йәшенәсә Вернерға был серен асмаған. Һыңғы йылында, ауырып түшәккә ятҡас ҡына асылған был сер.