Сәсәниҙәр дәүләте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Sassanian_Empire_621_A.D.jpg" рәсеме урынына Sasanian_Empire_621_A.D.jpg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: [[:c:COM:FR|File rename
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Историческое государство|название=[[Файл:Eranshahr.svg|100px]] <br></span>(Эраншахр)|статус=империя|p1=Парфянское царство|образовано=224|ликвидировано=652|s1=Праведный халифат|flag_s1=Flag of Afghanistan pre-1901.svg|flag_s2=Flag of Afghanistan pre-1901.svg|флаг=Derafsh Kaviani.png|герб=|карта=Sasanian Empire 621 A.D.jpg|описание=Сәсәниҙәр империяһы 619-629 йылдарҙа.|столица=*<small>(224–226)</small>[[Истахр]], *<small>(226–637)</small>[[Ктесифон]](400,000)|язык=[[Среднеперсидский язык|урта фарсы, арамей ]] (лингва-франка)|религия=[[зороастризм]], шулай уҡ [[Христианство|христианлыҡ]], [[Манихейство|манихейлыҡ]], [[митраизм]]|население=40,000,000 ([[Иранские народы|иран халыҡтары]], [[Армяне|ғәрәп, әрмән]], [[Ассирийцы|ассириялы]], [[Евреи|йәһүд]], [[Грузины|ивер]], [[Кавказские албаны|кавказ албандары]], [[Курды|курдтар]]|династия=[[Сасаниды|Сәсәниҙәр]]|после=Ғәрәп хәлифәте|до=Парфян батшалығы}}'''Сәсәниҙәр дәүләте''' ({{Lang-pal|[[Файл:Eranshahr.svg|75px]]}} [Ērānšahr] (Эраншахр) — «Иран (арийҙар) дәүләте»; {{lang-fa|شاهنشاهی ساسانیان}}شاهنشاهی ساسانیان{{lang-fa|شاهنشاهی ساسانیان}} [<span><span class="IPA">[[Халыҡ-ара фонетик алфавит|šāhanšāhije sɒsɒnijɒn]]</span></span>]) — хәҙерге [[Ираҡ]] һәм [[Иран]] ерендә парфяндарҙың Аршакиҙар династияһы ҡолатылып, власҡа фарсы династияһы — Сәсәниҙәр килеү менән ойошторолған дәүләт. Ул 224—651 йылдарҙа тора. Ҡайһы берҙә Сәсәниҙәр дәүләтенә ҡарата империя термины ҡулланыла<ref>{{статья|заглавие=Сасанидский Иран в III—IV вв. н. э.|ссылка=http://historic.ru/books/item/f00/s00/z0000017/st127.shtml|издание=Всемирная история|место={{М.}}|год=1956|том=2}}</ref>.
 
Сәсәниҙәр династияһына нигеҙ Ардашир I Папакан тарафынан Аршаки династияһы вәкиле Артабан V парфян батшаһын ({{lang-fa|اردوان}}اردوان{{lang-fa|اردوان}} ''Ardavan'') еңгәндән һуң нигеҙ һалына. Һуңғы сәсәниҙәр шаһиншаһы (''батшаларҙың батшаһы'') Йәҙегәр III (632—651) була. Ул 14 йыл буйы Ғәрәп хәлифәтенә ҡаршы барған һуғышта еңелә.
 
[[III быуат]] аҙағында — [[IV быуат]] башында империяның бер нисә көнсығыш өлкәһе айырымлана. Әммә Шапур II (309—379 йй) хакимлығы мәлендә улар ҡабаттан ҡайтарыла. 387 йылдағы килешеү буйынса сәсәниҙәргә [[Месопотамия|Месопотамияның]] райондарыһәм Әрмән батшалығының ҙур өлөшө күсә.
7 юл:
V быуатта [[Әрмәнстан]], Кавказ Албанияһы һәм [[Иберия (батшалыҡ)|Иберия]] династияларының батшалары Сәсәниҙәрҙең башлығы булып тора. V быуаттың икенсе яртыһында Кавказ аръяғы, 571—572 йылдан — Әрмәнстанда ихтилалдар була. Маздакиҙар хәрәкәте барлыҡҡа килгәндән һуң V быуат аҙағында идара итеү системаһында, социаль-сәйәси структурала һәм мәҙәниәттә тәрән үҙгәрештәр була.
 
Хөсрәү I Ануширван Төрки ҡағаны туғаны менән никахлашҡас, империя ныҡ үҫешә (531—579 йылдар). Хөсрәү I хакимлығы мәлендә юғары ҡатлам вәкилдәренең бер өлөшө дәүләттән һәм батшанан иҡтисади бәйле була, шулай уҡ бюрократик аппарат һәм чиновниктарҙың әһәмиәте арта. VI быуатта [[Византия империяһы|Византия]] менән уңышлы һәм уңышһыҙ һуғыштар була. 558—568 йылда Төрки ҡағанаты эфталиттарҙы ҡыйратҡас, [[Афғанстан]] һәм Урта Азияның ҡайһы бер өлкәләре ҡағанатҡа [[яһаҡ]] түләү бурысы менән Сәсәниҙәр дәүләтенә инә. [[570 йыл]]дарҙа [[Йемен|Йәмән]] бойһондорола. 589-сы йылдарҙа дәүләткә ябырылған [[Төрки халыҡтар|төркиҙәр]] тар-мар ителә. Византия менән оҙайлы һуғыш дәүләттең матди ресурстарын ярлыландыра. Был хәл һәм шулай уҡ һалымдарҙың ҡырҡа арттырылыуы сәсәниҙәр дәүләтенең сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен ҡаҡшата. VII быуатта [[Ислам|ислам дине]] инә<ref>[http://www.upne.com/1611683202.html UPNE — Empires in Collision in Late Antiquity: G. W. Bowersock]</ref>.
 
Хөсрәү II Парвиз (Абарвез, Апарвез, 591—628 йылдар) — Ануширвана Хөсрәү I Ануширвандың ейәне, Ормизда IV улы. Уның хакимлығы мәлендә Сәсәниҙәр дәүләтенең сиктәре ваҡытлыса булһа ла киңәйә. Шул саҡта империя хәҙерге [[Иран]], [[Ираҡ]], [[Әзербайжан]], [[Әрмәнстан]], [[Афғанстан]], хәҙерге [[Төркиә]]нең көнсығышы һәм хәҙерге [[Һиндостан]], [[Сүриә]], [[Пакистан]]дың өлөштәре инә; сәсәниҙәр дәүләте өлөшләтә [[Кавказ]], Үҙәк Азия, [[Ғәрәбстан ярымутрауы]], [[Мысыр]], [[Иордания]] һәм [[Израиль]] ерҙәрен баҫып ала. Һөҙөмтәлә, Сәсәниҙәр Ираны (ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла) [[Әһәмәниҙәр дәүләте]]нә тиклем киңәйә.
15 юл:
== Сәсәниҙәр дәүләтен ойоштороу ==
[[Файл:Bas_relief_nagsh-e-rostam_couronnement.jpg|справа|мини|300x300пкс| Ардашир Ахура-Маздой]]
Беҙҙең эраға тиклем III быуатта [[Иран]] Аршакиҙарҙың парфян династияһы берләштергән берәмк була. Ғәмәлдә ул үҙаллы кенәзлектәрҙән короллектәрҙән торған конфедерация була. (Сағыштырыу өсөн: Киев Русе [[XIII быуат]]та). Даими үҙ-ара һуғыштар, бәрелештәр Иранды ныҡ көсһөҙләндерә. [[Рим империяһы|Рим империяһының]]ның хәрби ҡеүәте һәм көнсығышҡа ҡарай экспансияһы һөҙөмтәһендә парфяндар [[Месопотамия|Месопотамияның]]ның бер нисә төньяҡ ҡалаларын бирергә мәжбүр була.
 
Иран Парс мәлендә яңынан ойоша башлай. Ирандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Парс провинцияһы уның тарихындағы мөһим роль уйнай (Парс, йәки Фарс — гректар уны «Иран» урынына ҡуллана башлай).
23 юл:
Дарабгерд ҡәлғәһе коменданты вазифаһынан башлаған Арташир Парсты ғына биләп ҡалмай, тиҙҙән [[Исфаһан|Исфахан]] һәм Керман өлкәләрен ҡуша, месопатамия менән сиктәш Хузистанға бәреп инә һәм төньяҡҡа юллана. Уға ҡаршы пәрфән ғәскәре сыға. 224 йылдың 22 апрелендә Ормигаздан тигеҙлегендә улар араһында ҡыҙыу алыш була һәм Арташир еңә. Әммә Ирандың башына тороу өсөн уға тағы ла 80 удел кенәзен бойһондорорға тура килә. Шулай ҙа бай һарайҙар төҙөлгән Фарс (Парс) дәүләттең баш өлкәһе ролен уйнамай. Аршакиҙар йолаһына ярашлы баш ҡалалар тип Селевкия һәм Ктесифон, [[Тигр]] йылғаһы буйындағы «ҡалалар» билдәләнә. Бында, илдең көнбайышында, өлкәләге иң уңдырышлы ерҙәр, Иранды көнбайыштағы Урта диңгеҙ гавандәре, төньяҡтағы [[Әрмәнстан]], Кавказ Албанияһы, [[Иберия (батшалыҡ)|Иверия]], Лазика, көньяҡтағы Персия ҡултығы һәм көньяҡ Ғәрәбстаны, көнсығыштағы Һиндостан менән бәйләүсе сауҙа юлдары үтә.
[[Файл:Textile0001.jpg|справа|мини|180x180пкс|Сәсәниҙәрҙең ебәк туҡымаһы, VI—VII бб.]]
226 йылда Арташир тәхеткә ултыра һәм батшалар батшаһы — шаһаншаһ титулын ҡабул итә. Ул Хамадан ҡалаһы менән Мидияны, Сакастан һәм Хөрәсән өлкәләрен бойһондорабуйһондора. Ныҡышмалы көрәш менән Атропатена, [[Әрмәнстан]]дың байтаҡ өлөшө баҫып алына. Маргиана (Мерв оазисы), Систан һәм Мекран да баҫып алынған тигән мәғлүмәттәр бар. Шулай итеп, уның дәүләте сиге [[Амударъя|Аму-Дарья]] йылғаһының аҫҡы өлөштәренә тиклем Хорезмға килеп етә. Ҡабул йылғаһы көнсығыш сиге була.
 
== Сәсәниҙәр армияһы ==
38 юл:
 
Шәхси ере булған, администатив дәрәжәгә һәм хәрби идаралыҡҡа алынған юғары ҡатламға '''вузургтар''' (визургтар) ингән. Сығанаҡтарҙа улар тураһында «танылған», «бөйөк», «атаҡлы», «ҙур» кешеләр тип телгә алына. Улар, һис шикһеҙ, дәүләт идаралығында ҙур роль уйнаған.
[[Файл:Sassanid_shield-boss_by_Nickmard_Khoey.jpg|слева|мини|Сәсәниҙәр ҡалҡанындағы арыҫланды сағылдырған көмөш умбон ]]
Иң күп һанлы төркөмдө урта һәм ваҡ ер хужалары азаттар, йәғни «иреклеләр» биләй. Улар хәрби хеҙмәткә бурыслылар, һуғыш мәлендә сәсәниҙәр армияһының данлыҡлы атлылары булған.