Демократия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
40 юл:
* Массакүләм саралары дәүләт тарафынан контролдә тотола, цензура һәм даими репрессияларға дусар ителә.
 
Политологтар билдәләүенсә, [[1990]] йылдар аҙағында гибрид режимдар (уларҙы «имитация демократияһы», «авторитар демократия»,"электораль авторитаризм" һәм башҡалар тип атайҙар) күбәйҙе. Уларҙа авторитаризм һәм демократия һыҙаттары бар. Бындай режимлы илдәрҙә һайлауҙар даими үтеп тора, сәйәси [[конкуренция]] элементтары ла бар (мәҫәлән, бер нисә партия), оппозиция хатта һайлауҙарҙа, закондар сығарыу органдарында, судта һәм массакүләм сараларҙа (СМИ) хакимлыҡ иткән көстәрҙе көсһөҙләндерә, йәки хатта еңә лә ала. Ләкин конкуренция шарттары хаким итеүселәр һәм оппозиция өсөн бер тигеҙ түгел, хакимхакимлыҡ итеүселәр административ ресурстар менән уҫал ниәттән даими файҙалана һәм оппозиция яҡлыларҙың хоҡуҡтарын боҙа ала.
 
Автократтар номиналь(ҡағыҙҙағы) демократия институттарын үҙҙәрен легитимлаштырыу (законлаштырыу) һәм йәмғиәтте үҙ файҙаһына мобилизациялай ала (үҙен йәмғиәт тарафынан яҡлап сығыуҙы ойоштора). Режим менән хеҙмәттәшлек итергә риза булғандарға бүләктәр һәм әҙерәк ташламалар бирелә. Быға бәйле һөйләшеүҙәр власть тарафынан ойошторолған инеү сикле булған махсус форумдарҙа, мәҫәлән, парламенттарҙа, уҙғарыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Демократия» битенән алынған