Сәғҙи Ширази: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
Сәғҙи күп шиғри һәм проза әҫәрҙәре яҙған, йыш ҡына үҙенең илгиҙәр тормошонда булған фәһемле шәхси хәтирәләрен миҫалдар сифатында файҙаланған. Донъяның фанилығын үҙендә һынаған Сәғҙи, ысынында үҙенән алда булған суфый йәки суфый замандаш шағирҙар Фәридәтдин Аттар һәм Жәләлетдин Руми, шәйех Абд әл-Ҡадир әл-Жилани һ. б. менән теоретик яҡтан риза булған. Әммә, кешеләрҙе яҡшы белгәнлектән, Сәғҙи бар кешенең дә был донъянан йырағайыуға, нәфсеһен тыйыуға һәм фәҡәт мистик хыялға бирелеүгә һәләтле түгел икәнен аңлай. Шуға күрә Сәғҙи донъяла йәшәүселәргә ябай тормошсан аскетизм кәңәш иткән: донъяла тыныс йәшәргә, әммә уға үтә лә эҫенмәҫкә, был донъяның фанилығын һәм сәғәт һайын ерҙәге рәхәтлектәрҙе юғалтыуға әҙер булыу кәрәклеген аңларға.
 
1257 йылда ул ун {{comment|бүлектә|глава}}н торған мауыҡтырғыс {{comment|кинәйәле һәм ғибрәтле хикәйә, мәҫәл|притча}} һәм хикәйәләр менән дәлилләнгән суфыйсылыҡ фәлсәфәһе һәм этикаһы бәйән ителгән «Бостан» («Емеш баҡсаһы») тигән поэтик трактатын ижад иткән. Шиғри хистәр тәрәнлеге һәм әхлаҡи идеялар бейеклеге буйынса «Бостан» — бөтә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең бөйөк әҫәрҙәренең береһе<ref>[https://www.theguardian.com/world/2002/may/08/books.booksnews The top 100 books of all time] // theguardian.com</ref>.
Әммә «Бостан» түгел, ә «Гөлөстан» («Сәскә баҡсаһы» — 1258 йылда шиғырҙар менән аралаштырып яҙылған проза). «Гөлөстан», бик күп мәҡәлдәргә һәм әйтемдәргә бай күркәмлеккә эйә. Аттарҙың шул уҡ атамалы ярайһы уҡ ҡоро "Кәңәштәр китабы"ның (Пенднаме) «Гөлөстан»ға оҡшаған ере бар; ләкин уның Сәғҙи әҫәре икәне тулыһынса иҫбатланмаған.
 
Сәғҙиҙең диванының өстән ике өлөшөн тәшкил иткән башҡа әҫәрҙәре башлыса лирикаға ҡараған. Үҙ ғәзәлендә суфыйсылыҡ ғәзәле дидактикаһын мөхәббәт ғәзәле матурлығы һәм образлылығы менән бәйләй алыуы Сәғҙиҙең төп хеҙмәте булғанын күрһәтә. Уның һәр бәйетен мөхәббәт әҫәре кеүек тә, фәлсәфәүи-дидактик әҫәр кеүек тә уҡып була. Башҡа билдәле фарсы шағиры [[Хафиз Ширази]] был йоланың дауамсыһы булған.