Сәғҙи Ширази: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
«Сәғҙи» ҡушаматы, шағирҙың йәшләй вафат булған атаһы хеҙмәттә булған һәм Мөслих әд-Динде тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан [[Иран|Фарстың атабәге]] Сәғәҙәт ибн Зәңги исеменән килеп сыҡҡан (1195—1226). Сәғәҙәт ибн Зәңги бағымсылығы арҡаһында Мөслих әд-Дин [[Бағдад]]тағы '''Низамийа''' [[мәҙрәсә]]һенә уҡырға ингән. Суфый шәйехтәрҙә уҡыған һәм уларҙың аскет идеалдарынан тәьҫирләнгән. Әммә Сәғҙиҙең шул ваҡытта яҙған шиғырҙары тормошто һәм уның шатлыҡтарын үҫмерҙәрсә яратыу менән һуғарылған; һәм ҡартайғас, шәйех Абул-Фараж Жузияның бөтөн күндереүҙәре лә уны [[музыка]]ға һөйөүенән арындыра алмағанын таныған.
 
1226 йылда [[Монгол халыҡтары|монголдарҙың]] һөжүме һәм Сәғәҙәт ибн Зәңгиҙең ҡолатылыуы Сәғҙиҙе ҡасырға мәжбүр иткән, һәм төрлө көтөлмәгән үҙгәрештәр менән тулы яҙмышы уны 30 йыл буйы, өҙлөкһөҙ, [[Ислам|мосолман]] донъяһының йә бер йә икенсе осона ташлаған. [[Һиндостан]]да, Суменатта, ғүмерен һаҡлар өсөн, ул {{comment|утҡа табыныусылар динен|зороастризм}} ҡабул иткәнгә һалышҡан һәм аҙаҡ, таш менән ҡарауылда торған {{comment|ҡанбаба|жрец}}ны үлтереп, ҡасҡан. Сәғҙи, күп ваҡыт йәйәүләп, [[Мәккә]]лә 14 тапҡыр булған<ref>{{cite web|url=http://www.sacred-texts.com/isl/bus/bus07.htm |title=The Bustan of Sadi: Chapter III. Concerning Love |publisher=Sacred-texts.com |date= |accessdate=2012-08-13}}</ref>. Классик [[ғәрәп теле]]н иҫ киткес яҡшы белеүе арҡаһында, [[Дамаск]]та һәм Бәәлбәктә ул тәғлимәт таратҡан, әммә донъя һағышынан зарыҡҡанлыҡтан, [[Иерусалим|Йәрүсәлим]] сүллегендә айырымланып йәшәгән. Бында ул тәре йөрөтөүселәргә әсирлеккә эләккән, улар үҙ сиратында уны [[Сүриә]] яр буйына, Триполиға, күсергән, һәм унда ҡәлғә өсөн окоп ҡаҙырға мәжбүр. иткән. Уны бер танышы, Алеппо байы, 10 червонецҡа һатып алған һәм өйөнә алып ҡайтып, үҙенең йәмһеҙ һәм мыжыҡ ҡыҙына өйләндергән. Түҙеп торғоһоҙ ғаилә тормошонан ҡотолорға тырышып, Сәғҙи Төньяҡ Африкаға ҡасҡан.
 
Бөтөн Кесе Азия буйлап ил гиҙеп, Сәғҙи тыуған Ширазына ҡайтҡан (1256) һәм мәрхүм Сәғәҙәттең улы Әбүбәкер ҡурсалауы ярҙамында, ғүмер аҙағына тиклем {{comment|ҡала яны|подгородный}} монастырында йәшәгән. «Кенәздәр, вельможалар һәм иң яҡшы ҡала халҡы, — Дәүләт шаһ әйткәнсә, — шәйехте күрергә күмәкләп килгәндәр».