Тереғоловтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
викилаштырыу
1 юл:
'''Тереғоловтар''' — дворяндар нәҫеле.''' Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың улы ''Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев'', XVI быуаттың 2-се яртыһында Ҡасим батшалығының Темников ҡалаһында хеҙмәт итә.
 
== Дворянлыҡ тарихы ==
22 юл:
'''Ғүмәр Хәбибрахман улы Тереғолов''' (1883, Өфө — 1938, [[Төркиә]]), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө земствоһында хеҙмәт итә. 1907 йылдан алып «Урал» гәзитен сығарыусыларҙың береһе, 1917 йылда Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитеты идараһы рәйесе, Өфө губерна мосолман милли советы башҡарма комитеты ағзаһы; 1 се һәм 2 се Бөтә Рәсәй мосолман съездарын әҙерләүҙә һәм эшендә ҡатнаша, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы депутаты, 1918 йылда [[Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты]], Өфө ваҡытлы мосолман ҡала халыҡ комитеты ағзаһы. 1919 йылда Төркиәгә сығып китә;
 
'''[[Тереғолов Хәлил Ниғмәтулла улы|Хәлиулла (Хәлил) Ниғмәтулла улы Тереғолов]]''' (12 март 1890, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылы (хәҙер Башҡортостан РЕспубликаһыРеспубликаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) — 7декабрь 1937, Өфө), [[Башҡорт милли хәрәкәте]] эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәрендә]] хеҙмәт итә, подпоручик. 1918 йылда[[ Башҡорт хәрби шураһы]]ның мобилизация бүлеге мөдире. 1920 йылдан башлап Дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса Үҙәк башҡорт комиссияһы рәйесе. Репрессиялана, 1956 йылда аҡлана;
 
'''Ғәли Ниғмәтулла улы Тереғолов''' (9 июнь 1894, Ҡарғалы ауылы — 18 сентябрь 1976, Өфө), Башревком канцелярияһында эшләй. Репрессиялана, 1956 йылда аҡлана;
 
'''[[Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы|Усман Ниғмәтулла улы Тереғолов]]''' (1896, Ҡарғалы ауылы — 7 апрель 1943, Свободный ҡалаһы). [[Башҡорт милли хәрәкәте]] эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918—1919 йылдарҙа [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәрендә]], поручик; 1919—1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла. [[Башҡорт хәрби шураһы]] ағзаһы. 1918 йылдың июненән Тамъян-Ҡатай ирекле отряды начальнигы, бер үк ваҡытта августан алып Верхнеурал фронтының башҡорт ҡораллы көстәре командующийы, 1919 йылдың ғинуар аҙағынан Башҡорт корпусының 6-сы уҡсылар полкы, май айынан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1 се кавалерия полкы командиры. Репрессиялана, 1989 йылда аҡлана;
'''[[Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы|Әхмәтйән Хөсәйен улы Тереғолов]]''' (5 июнь 1896, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) — 9 март 1977, Ҡаҙан), полковник. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. 1919 йылдан башлап — 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы штаб начальнигы, июндән 1-се Башҡортостан уҡсылар полкы командиры, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы командиры, 1922—1923 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби комиссары. [[Ленин ордены]] менән бүләкләнгән (1967).
''Тереғоловтар нәҫеленә'' шулай уҡ [[Л. Н. Минһажетдинова]], [[Ғ.М. Мөхәмәтова]], [[И. Н. Ниғмәтуллин]], [[Р. И. Ниғмәтуллин]], [[Тереғолов Айрат Рәүеф улы|А. Р. Тереғолов]], [[Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы|Ғ. Н.Тереғолов]], [[Н. Ғ. Тереғолов]], [[Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы|Р. Ғ.Тереғолов]], [[Тереғолов Шамил Әхмәт улы|Ш. Ә. Тереғолов]], [[Ә. Б. Тереғолов]], [[Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы|Б. Х. Әхмәтова]] ҡарай.
34 юл:
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/13752-tere-olovtar}}
 
[[Категория:Тереғоловтар]]