Кармелюк Подольеһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
65 юл:
 
Күпселек осраҡта ҡойма ямғырҙар булып, биләмә һыу эрозияһына дусар була. Дөйөм алғанда, типик урман-дала өсөн хас климат булып тора.
==Үҫемлектәр донъяһы==
Милли парктың үҫемлектәр япмаһында урмандар өҫтөнлөк итә. Иң ныҡ әһәмиәткә эйә булғаны — Чечельник дәүләт урман хужалығына ҡараған Червоногреблян, Стратив, Дохнян, Бритав һәм урмансылыҡтарының тәбиғи хәлдә һаҡланған урмандары, гослесхоз Чечельнииький инә. «Кармелюк Подольеһы» милли тәбиғәт паркы иҫ киткес бай дендрофлораға эйә. .
 
Киң таралған ағас тоҡомдарына ябай имән, ҡая имәне, бейек дардар, ҡара саған, ялан сағаны, йөрәк япраҡлы йүкә инә. Ареалдың көнсығыш өлөшөндә күп урын биләмәһә лә урман составына дардар, һары сейә, кигермәкле, япраҡлы һәм тау ҡарамалары, урман алмағасы, иртә алмағас, ғәҙәти груша ҡушылып китә. Милли парктың фәнни һәм ғәмәли яҡтан ныҡ әһәмиәткә эйә булыуы имән урмандарына бәйле. Бындай урмандар Украинаның башҡа ҡурсаулыҡтарында юҡ тиерлек.
 
Урманда түбәнге ярусын бик күп төрлө тәпәш ағастар биләй: татар сағаны, ҡыҙыл свидина, сәтләүек ҡыуағы, эт гөлйемеше , энәлек, гордовин, кизил.
 
Төп урмандар имән һәм грабтан тора . Улар битләүҙәрҙе ҡаплап, бер нисә экологик рәт барлыҡҡа килтерә. Тигеҙ урындарҙа Зеленчук, йондоҙсоҡ, битләүҙәрҙә төксәле күрән ,уйпат урындарҙа кесерткән һәм айыу һуғанынан торған бергәлектәр биләй. Айыу һуғаны (левурда) Украинала һирәк осраһа ла, был урман массивында ҙур майҙанға һыҙат булып йәйелгән. Был айыу һуғаны (левурда) таралған урындар «Украинаның Йәшел китап» исемлегенә (1987 й.) индерелгән һәм бөтә ерҙә һаҡланырға тейеш.
 
'''Бөтәһе «Украинаның Йәшел китап» исемлегенә ингән бергәлектәр''' :
 
1. Кизиллы ҡая имәне бергәлектәре;
 
2. Кизиллы ябай имән имән урмандары;
 
3. Татар сағаны ҡушылған ябай имән имән урмандары;
 
4. Свидина ҡушылған ябай имән урманы ;
 
5.Ябай имәндән торған граб-имән һәм ябай плющ имәндән торған граб-имән урмандары;
 
6. Күрәнле граб-имән урмандары һәм фәрзәле (сныть, йәки яглица) граб-имән урмандары;
 
7. Йүкәле имән урманы
 
== Һылтанмалар ==