Кармелюк Подольеһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
 
4)тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булыуы.
 
==Геоморфология һәм геологик төҙөлөшө==
"Кармелюк Подольеһы" милли тәбиғәт паркы биләмәһе Украин кристаллик ҡалҡаннының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Кристалл тоҡомдар яҡынса 100 м тәрәнлектә ята. Был тоҡомдар аҡбур, неоген (эзбизташ, ҡом-балсыҡ ултырмалары, ҡом) һәм антропоген (ҡыҙыл-һоро балсыҡ, ҡомло балсыҡ) ултырмалары менән ҡапланған.
 
Кристалл тау тоҡомдары биләмәнең төньяҡ өлөшөндә генә ер өҫтөнә бер аҙ яҡыныя.
 
Парк биләмәһендә Балт аккумулятив (дельтовый) тигеҙлегенең төньяҡ осо урынлашҡан. Рельефы бик ныҡ телгеләнгән. Күп урындарын соҡор, йырындар алып тора.
 
Көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа бер нисә километр киңлегендәге һыҙат рәүешендә арал (йылға аралары) һуҙылған .
 
Битләүҙәр бик текә (йыш ҡына етә текәлек 20°-ҡа етә). Абсолют бейеклеге — 280 м тиклем. Иң кәм тигәндә лә (Савранка йылғаһы үҙәндәрҙә) — 130 м тәшкил итә.
 
Үҙән, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙары яҡшы эшкәртелгән, шулай уҡ, киң ( Савранка буйында киңлеге 1 км етә). Урыны менән һыубаҫар туғайҙан өҫтә аллювиаль ултырмалы йылға киртләстәре осрай.
 
Ҙур йылғалары Савранка (бассейн майҙаны 1767 км2, оҙонлоғо 98 км) һәм Дохна ( бассейн майҙаны 1280 км2 , оҙонлоғо 74 км). Икеһе лә Көньяҡ Буг йылғаһының уң ҡушылдығы булып торалар. Парк биләмәһе сиктәренә нигеҙҙә, уларҙың үрге ағымы тура килә.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://zakon.rada.gov.ua/cgi-bin/laws/main.cgi?nreg=1057/2009 Текст закону на веб-сайті Верховної Ради України] {{uk icon}}