2 февраль: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
49 юл:
* [[Мөхәмәт Арыҫланов]] (1910—20.10.2001), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1938—1973 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]ның баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1936—1941 йылдарҙа [[Башҡорт театр-художество училищеһы]], 1973—1978 йылдарҙа [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]] уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1954—1955 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдар союзының идара рәйесе. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың (1954) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты (1973). Ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры (1955, 1971).
* [[Фәнис Янышев]] (1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2011—2019 йылдарҙа [[Миәкә районы]]ндағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы директоры. Райондың [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] лауреаты (2010).
* [[Хәләф Ишморатов]] (1960), ғалим-тарихсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1995—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры һәм Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 5-се саҡырылыш [[Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. [[Салауат Юлаев ордены]] кавалеры.
* [[Әлфиә Хәмбәлиева]] (1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).
}}</onlyinclude>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/2_февраль» битенән алынған