Франклин Рузвельт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
73 юл:
1910 йылда Рузвельт АӨШ Демократик партияһынан үҙе тыуған административ округта Нью-Йорк штаты легислатураһында сенатор булып һайланырға тәҡдим итә һәм һайлауҙа еңеү яулай. 1912 йылғы һайлау алды кампанияһында демократ Томас Вудро Вильсонны актив хуплай. Президент администрацияһында Вильсон Рузвельтҡа диңгеҙ министры ярҙамсыһы урынын тәҡдим итә. Штат легислатураһында өсөнсө срокты эшләп бөтөрмәйенсә, Рузвельт Вашингтонға күсеп китә. Диңгеҙ министрының ярҙымсыһы буларак (1913-1921), ул флотты көсәйтеү, АҠШ-тың оборона ҡеүәтен тығытыу, көслө президент хакимиәте һәм актив тышҡы сәяйәсәт өсөн сығыш яһай.
 
1914 йылда АҠШ конгрессында сенатор урынын алырға тырыша, ләкин уңышһыҙлыҡҡа юлыға. 1920 йылда АҠШ-тың Милләттәр лигаһына кереү лозунгы аҫтында Рузвельт АҠШ вице-президентына президентлыҡҡа кандидат Джеймс Кокс менән бергә Демократик партиянан һайлана. Изолионистик кәйефтәр үҫеү шарттарында Демократик партияның еңелеүе һәм а Рузвельттың ауырыуы актив сәйәси эшсәнлектән ситләштерҙе. Ләкин 1928 йылда ул Нью-Йорк штатының иҡтисади һәм сәйәси яҡтан абруйлы губернаторы итеп һайлана, был Аҡ йортҡа юл аса.
 
{{planned}}