Артикуляция (фонетика): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Артикуля́ция''' ({{Lang-la|articulo}} — «бүлгеләйем») — [[фонетика]]ла [[Өндәрҙе әйтеү|телмәр өндәре]] яһалғанда айырым телмәр ағзаларының эш итеү һөҙөмтәһе. Ағзаларҙың теге йәки был өндө хасил итеү өсөн кәрәк булған торошо өндөң артикуляцияһын, өндәрҙең айырым-асыҡлығын тәьмин итә. Телмәр өндәре телмәр ағзалары эшмәкәрлеге, асыҡлабыраҡ әйткәндә, тауыш ярыларын үпкәнән сыҡҡан һауа ағымы тирбәлтеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һауа ағымының ҡыҫылыуы һәм тулҡын кеүек таралыуы билдәле бер юғарылыҡҡа, көскә, тембрға, оҙонлоҡҡа эйә булған өн хасил итә <ref>{{Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Б28 Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.}}</ref>.
 
[[Стеноз|Стриктура]] — өн яһалыу ысулдарының береһе. Унан башҡараҡ параметрҙар ҙа өн яһалыуҙа, мәҫәлән, бер һәм күп баҫымлы һуҙынҡылар хасил булыуҙа, шулай уҡ шышылдаулы фрикативтарҙа ҡатнаша. Танау һәм тел эргәһе тартынҡыларының әйтелеше лә тартынҡылар яһалыу ысулы тип һанала.