Аҙау походтары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
1-се Аҙау походы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. 2-се походта урыҫ ғәскәрҙәренең дөйөм һаны яҡынса 65 мең тәшкил итә, шул иҫәптән 3 меңгә яҡын [[башҡорттар]], [[ҡалмыҡтар]] һәм [[Яйыҡ]] [[казактар]]ы. Ҡоро ер яғынан ҡәлғәне урыҫ армияһы ҡамап ала, төрөктәр үҙенең флоты һәм союздашы булған Аҙауҙы азат итергә тырыша. 1696 йылдың 14 июнендә казактар аталғыларға тейәлеп, Ҡырым ханы ғәскәрҙәре ярҙамында Дон йылғаһының тамағына килеп ингән десантлы төрөк флотын (яҡынса 4 мең кеше) һөжүмләй. Төрөктәр ике карабын юғалтып, диңгеҙгә сигенә һәм башҡа әүҙем ғәмәлдәр үткәрмәй. Кубань татарҙарының атакалары казактар һәм башҡорттар тарафынан кире ҡағыла. 17 июлдә казактар ҡәлғәне һөжүмләп ҡарайҙар, үрҙе яулайҙар, әммә өҫтәмә көстәр булмау сәбәпле кире сигенергә мәжбүр булалар. 19 июлдә, һөйләшеүҙәрҙән һуң, Аҙау ҡәлғәһе бирелә<ref name="Военная история башкир"></ref>.
 
Рәсәй тарихында киң билдәле шәхес Алдар-батыр ҙа Батша Петр I алып барған Аҙау походтарында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Алыштар алдынан ҡаршы торған армиялар араһында көс һынашыу йолаһы үткәрелгән. Шундай көрәштә башҡорт уҙаманы, данлыҡлы [[Алдар Иҫәкәев]] (Алдар Иҫәнгилдин) айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Яу алдынан батырҙар көрәшендә черкес батырын еңеп, дан алғанала. Батша уны ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһенә сығара<ref>[https://ba.wikibooks.org/wiki/ Алдар Иҫәкәев] </ref>.
 
Аҙау походтарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 62 башҡорт яугирына ''тархан'' титулы бирелә<ref name="Военная история башкир"></ref>.