Одесса диңгеҙ порты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
88 юл:
[[Файл:План Одессы 1919.jpg|thumb|280px|Одесса планында порт һәм йөк тейәгес. 1919]]
 
[[Файл:Загрузка хлеба на французские корабли.jpg|thumb|280px||Порт. Одессаны союзниктар оккупациялаған ваҡытта рус икмәген француз караптарына тейәү. 1919 йыл башы.]]
 
Үҙенең Одессалағы балалыҡ йылдарын хәтерләп, Исаак Бабель «Автобиография»һында: «Тәнәфестәрҙә беҙ портҡа эстакадаға китә торғайныҡ» тип әйтә. 1872 йылда, портта Карантин тимер юлы тармағы асылғандан һуң төҙөлгән Одесса порт стакадаһы — бөтә порт буйлап Бушатҡыстан Карантин молына тиклем һуҙылған дүрт километр оҙонлоғондағы тимер юл юлүткәргесе -үҙ осоро өсөн ҡыҙыҡлы инженер ҡоролмаһы була. Александр Грин «Автобиографик повесть» әҫәрендә: «Ерҙәге рельстәр өҫтөнән һауалағы рельстәр юлы — вагондарҙан пароходтарға икмәк һәм башҡа тауарҙар тейәүсе эстакада, бейек күпер үтә», тип яҙҙы. Эстакаданың тәғәйенләнеше Грин тарафынан абсолют теүәллек менән билдәләнгән. Тимер юл полотноһының бейек (причал кимәленән алты метр) урынлашыуы арҡаһында, иген, таш күмер һәм башҡа һибелмә йөктәр вагондарҙан үҙҙәренең ауырлығы тәьҫирендә торба һәм улаҡтар буйлап тура трюмдарға барып инә. Эстакадала ҡулланылған поездар үҙенсәлекле була. Сергей Бондарин "Үҫмерлек китабы"нда үҙенең гимназия йылдарындағы дуҫы тураһында һөйләп, уның атаһы «„кәкүк“-тә, порт эстакадаһы буйлап йүгергән, иген саңы менән ҡапланған бәләкәй паровозда эшләне», тип яҙа. Был "кәкүк"тәргә, бушатыу уңайлы булһын өсөн, төбө конус ҡиәфәтле махсус вагондар тағалар. Бигерәк тә бульварҙан ҡарағанда бәләкәй генә булып күренгән паровоздар һәм «ҡорһаҡлы» вагондар Юрий Олешаның баласаҡ хәтирәләрендә һаҡланған."Саң, төтөн эсендә ирмәк поздар, эстакада буйлап гөрһөлдәп, тегеләй-былай йөрөп торҙолар", тип яҙа ул «Бишенсе йыл» тигән үҫмерлек шиғырында. «Емерелгән тормош, йәки Оберондың иөғжизәле мөгөҙө» китабында Валентин Катаев «ғәрәп бойҙайы тейәлгән ҡыҙыл тауар вагондары елдереп йөрөгән эстакада» тип һүрәтләй. «Яңғыҙ парус ағарып күренә» повесында ул эстакаданы бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә, емерек итеп күрһәтә.