Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
== Тарихы ==
XVI быуатҡа тиклем башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостан ингән илдәр менән бәйле була. X быуаттың 1-се яртыһында (башҡа сығанаҡтар буйынса, IX быуаттың) башҡорт ҡәбиләләренең башлығы Башғирд ике мең һыбайлылар менән [[Хазар ҡағанаты]] армияһында (Кимак ҡағанаты сигендә) хеҙмәт иткән. XIII быуатта башҡорт отрядтары монгол армияһын тулыландыралар, XIII—XVII быуаттарҙа — [[Алтын Урҙа]], [[Нуғай Урҙаһы]], [[Ҡазан ханлығы|Ҡаҙан]], [[Себер ханлығы|Себер]] һәм [[Ҡасим ханлығы|Ҡасим ханлыҡтары]] ғәскәрҙәре составына инәләр<ref name="Военная история">Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 116-119 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.</ref>. XIII—XIV быуаттарҙа айырым башҡорт вәкилдәре [[Мысыр]]ҙа һәм [[Сирия]]ла хеҙмәт итәләр. Башҡорт жалованный грамоталары, шәжәрәләр һәм башҡа сығанаҡтар буйынса, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте [[Башҡортостан]]дың [[Рус дәүләте]] составына инеү шарттарының береһе була. Үҙ сиратында, рус дәүләте башҡорттарға ергә аҫабалыҡ, урындағы үҙидара хоҡуҡтарын гарантиялай. Килешеү буйынса башҡорттар [[йыйын]]дар, [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|ҡоролтай]]ҙар үткәрә, үҙ динен ([[Ислам]] динен)һаҡлап ҡала алған<ref name="Военная история"></ref>. XVII быуаттан алып башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте юғарғы властар акттары (батша, император), дәүләт власының үҙәк органдары (Бояр думаһы, Сенат, Ҡаҙан һарайы Приказы, Хәрби коллегия, Хәрби министырлығы) менән яйлана. Урындарҙа хеҙмәтте туранан-тура ойоштороу менән башта — [[старшина]]лар, [[тархан]]дар, [[батыр]]ҙар, XVII быуатта — обер-коменданттар, коменданттар, гарнизон начальниктары, старшиналар, [[яҫауыл]]дар, [[хорунжий]]ҙар, [[сотник]]тар (XIX быуатта шулай уҡ[[ Башҡорт-мишәр ғәскәре]], кантон начальниктары, дистанция начальниктары, йорт һәм поход старшиналары), башҡорт полктары командирҙары ғәмәлгә ашыра.
[[Файл:Gedenkstein Altmockritz.jpg|200px||thumb|"Халыҡтар һуғышы"ның 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалдә башҡорт яуғирзарына ҡуйылған таҡтаташ. Германия, Дрезден]]
 
Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте ''тышҡы'' (һуғыштарҙа һәм Башҡортостандан алыҫ сиктәрҙе һаҡлауҙа ҡатнашыу) һәм ''эске'' (линия-сик буйы, этап, ҡарауыл һәм [[Ҡазан]], [[Мәскәү]], [[Санкт-Петербург]], [[Түбәнге Новгород]], [[Ырымбур]] һәм башҡа ҡалаларҙа полиция хеҙмәте, йәрминкә үткәргән ваҡытта юлдарҙы һаҡлау һәм башҡалар) бүленә<ref name="Военная история"></ref>.