Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: == Шулай уҡ ҡара == → == Шулай уҡ ҡарағыҙ == using AWB
38 юл:
Ибраһимдың тормош юлы Башланмыш китабында (Книга Бытия) һүрәтләнгән ({{Тәүрат2|Йәш|11:26}}-{{Тәүрат2|Йәш|25:10}}). Ибраһим, башта уның исеме Ибрам (אַבְרָם) була, Шумерҙағы Ур ҡалаһында б. э. т. XXI—XX быуатта донъяға килгән (Тәүратта (Библияла) «Ур Касдим» — «халдей Уры»), Көньяҡ [[Месопотамия]]<nowiki/>лағы иң боронғо һәм мөһим ҡалаларҙың береһе. Шунда ул ғаиләгә аҫрауға алынған ҡыҙға — Сараға өйләнә (Башл.20:12). Ибрамдың атаһы Ҫерах (Фарра) Аллаһтың ҡушыуы буйынса Ур ҡалаһынан, балаларын алып, Ҡәнғәнгә күсенә (Башл.12:4). Юлда, Харан ҡалаһы янында (Төньяҡ Месопотамия), Ҫерах вафат була. Бынан һуң Аллаһ Ибрамға Үҙе күрһәткән тарафҡа юл тоторға ҡуша. Аллаһ унан бөйөк халыҡ башланырын хәбәр итә, Ибрамды юғары күтәрәсәген, уның аша Ерҙәге кешелеккә бәрәкәтен бирәсәген әйтә. Ибрамға был ваҡытҡа 75 йәш тулған була, ҡатыны Сараны, мәрхүм энеһенең улы Лутты, ҡул аҫтында булған кешеләрен һәм милкен алып, Харандан сыға ла хәнәниҙәр еренә күсенә. Аллаһ был ерҙәрҙе Ибрамдың тоҡомдарына ҡалдырырға вәғәҙә итә. Аллаһҡа ҡорбан килтерер өсөн ҡорбан усаҡтары ҡороп ҡалдырып, Ибрам көньяҡҡа юл тота, әммә унда аслыҡ була, шуға күрә Мысырға барырға ҡарар итә. Сараның матурлығын күреп, уны алыр өсөн үҙен үлтереүҙәренән ҡурҡып, Ибрам Мысырҙа Сараны һеңлеһе тип әйтә. Мысыр аҡһөйәктәре ысынлап та Сараның сибәрлеген фирғәүенгә еткерәләр. Фирғәүен Сараны үҙенә ала, Ибрам да шул арҡала мал, ҡолдар тотоп, етеш йәшәй. Әммә Аллаһ Сара өсөн фирғәүенгә һәм йортона ҡаза бирә. Фирғәүен Ибрамды саҡырып ала ла, ниңә Сараның ҡатының икәнен әйтмәнең, тип һорай. Фирғәүен шунан һуң Ибрамға туғандары, бар малы, мөлкәте менән китергә рөхсәт итә, уның кешеләре юлға оҙатып ҡуя (Башл.11:{{Тәүрат2|Йәш|12}}).
 
[[Файл:LotAndAberham.jpg|thumb|||230px|Лутты айырым сығарыу]]
Ибрам менән Лут бик ҙур байлыҡҡа эйә була. Улар мөлкәтте бүлешәләр ҙә, Лут Иордан яғына китә, ә Ибрам Ҡәнғән эргәһендә урынлаша. Аллаһ яңынан был ерҙәр уның тоҡомдарына булағын раҫлай. Ибрам Хеврон янында Мамре имәнлеге буйында йәшәй башлай (Башл.13). Бер саҡ Ибрамға Содомға Элам батшаһы Кедорлаомерҙың һөжүм итеүе һәм шунда йәшәгән ҡустыһы Лутты, ҡала кешеләрен, байлыҡтарын алып китеүе тураһында хәбәр итәләр. Ибрам тиҙ генә 318 ҡолон алып, баҫҡынсыларҙы ҡыуа сыға. Хова янында уларҙы ҡыуып етеп, кешеләрҙе әсирлектән ҡотҡара, байлыҡтарын кире ҡайтара. Ибрамға рәхмәт йөҙөнән Содом батшаһы мөлкәт бирергә була, әммә Ибрам унан баш тарта, сөнки үҙен кемдең дә булһа байыттым тип әйтеүен теләмәй. Үҙ кешеләренә бирелгән бүләктәрҙе Ғәнергә, Эшколға һәм Мамрийға тарата (Башл.14).
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған