Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
2 юл:
 
== Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
[[Рәсем:Ике_олошлолар.TIF|300px||thumb|right|]]
Фасоль орлоғоноң төҙөлөшө менән танышайыҡ. Фасолдең орлоҡтары эре. Орлоҡтоң бер яғы көмрө, икенсе яғы батынҡы була.
Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай.
11 юл:
 
== Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
[[Рәсем:Бер_олошлолар.TIF|300px||thumb|right|]]
Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан алтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел.
Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора.
43 юл:
== Орлоҡтарҙың шытыуы ==
[[Рәсем:Шытыу_фото1.TIF|thumb|left|]]
[[Рәсем:Шытыу_2.TIF|300px||thumb|right|]]
Бәбәге тере булған орлоҡтар ғына шыта һәм яны үҫемлеккә башланғыс бирә ала. Бәбәк ҡоротҡос бөжәктәр йәки үңәҙ бәшмәктәренең зарарлауынан, һаҡлаған саҡта ныҡ кибеүҙән йәки башҡа сәбәптәрҙән һәләк булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта бәбәк орлоҡтарҙың үтә оҙаҡ һаҡланыуынан да һәләк була. Бәбәктәре һәләк булған орлоҡ шытымһыҙға әйләнә, йәғни шытып сыға алмай.
Орлоҡ шытып сығыуҙан элек бүртә. Орлоҡтоң эсенә ингән һыу уны бүрттерә. Шытымлы орлоҡтар ҙа, шытмай торғандары ла бүртә. Шытымһыҙ орлоҡтар бүртәләр ҙә серейҙәр, шыта торғандары — шыта. Мәҫәлән, фасоль орлоғо шытҡанда ҡабығы ярыла һәм бәбәк тамырсаһынан йәш тамыр үҫеп сыға. Ул бик тиҙ үҫә һәм тупраҡҡа нығына. Шунан һуң бәбәк һабаҡсаһы үҫә башлай, ул тупраҡ өҫтөнә орлоҡ өлөшө һәм бөрөсә ебәрә. Бөрөсәнән фасолдең япраҡтары менән ер өҫтө һабағы үҫеп китә. Борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа үҫемлектәрҙең орлоҡ өлөшө тупраҡ аҫтында ҡала . Ер өҫтө үрендеһе бәбәк бөрөсәһенән үҫеп китә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған