Бобылдәр — версиялар араһындағы айырма

1278 байт өҫтәлгән ,  1 год назад
=== Бобылдәр ҡатламы үҙенсәлектәре [[Тарихи Башҡортостан|Башҡортостанда]] ===
 
[[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] улустарында бобылдәр йән башына һалым индерелгәндән һуң да ҡатлам булараҡ һаҡланып ҡала. Үҙенсәлеге шунда: бер яҡтан, улар башҡа ҡатламдарҙан айырмалы рәүештә ([[Типтәрҙәр|типтәрҙәрҙән]]) хоҡуҡи документтарһыҙ йәшәй алған («үҙ белдеге менән»), йәғни башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен ''телдән килешеү'' буйынса ҡуртымға алған йәки телдән керҙәшлек килешеүе нигеҙендә файҙаланған. Бобылдә йылына йорт башына 40 йәки 80 тин яһаҡ, шулай уҡ 4 тин мөрйә һалымы (һәр крәҫтиән йортонан, хужалығынан) һәм 5 тин ылау хеҙмәте һалымы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, тотҡон һалымы — тотҡондарҙы һатып алыу өсөн) түләгән, балыҡ ҡыуыу йөкләмәһен үтәгән, төҙөлөш эштәренә йәлеп ителгән. Башҡорт ерҙәрендә үҙҙәренең статусын нығытыу, арта барған һалымдарҙан һәм йөкләмәләрҙән ҡотолоу өсөн, бобылдәр үҙ яһағын төбәктең яһаҡ түләмәгән кешеләренә тапшырырға һәм типтәрҙәр төркөмөнә күсергә тырышҡан. 1722—23 йылдарҙа Өфө провинцияһында 2239 яһаҡлы бобылдәр йорто иҫәпләнгән. Бобылдәр ҡатламы башлыса крайҙың фин-уғыр халыҡтары вәкилдәренән торған ([[Мариҙар|мари]], [[Мордвалар|мордва]], [[Удмурттар|удмурт]]), араларында [[башҡорттар]], [[сыуаштар]] һәм [[татарҙар]] ҙа осраған. татарҙарТатарҙар араһында хеҙмәтле ҡатламға — [[типтәрҙәр]] ҡатламына күсеү киң таралған була. Башта улар күләме асыҡ билдәләнмәгән [[яһаҡ]] түләгән. 1747 йылда типтәрҙәрҙең һәм бобылдәрҙең яһаҡтары йән башына һалым менән (80 тин) алыштырыла, бынан һуң документтарҙа «типтәрҙәр һәм бобылдәр» ҡатламы тип телгә алына, был ҡатлам ҡайһы бер үҙгәртеп ҡороуҙар менән 1866 йылға тиклем ғәмәлдә була. [[1855 йыл]]да типтәрҙәр һәм бобылдәр Башҡорт№мишәр ғәскәренең хәрби-хеҙмәт ҡатламдарына ҡушылдырыла. Башҡорт ғәскәре бөтөрөлгәндән һуң документттарҙа башҡа телгә алынмайҙар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
19 221

үҙгәртеү