Бобылдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
XV быуаттың 2-се яртыһында хосуси милексләрҙең ауыл һәм ҡала бобылдәре барлыҡҡа килә.улар [[игенселек]], һөнәрселек, ваҡ сауҙа менән шөғөлләнәләр йәки ялланып эшләйҙәр. Бобылдәр ер хужаһына Ер хужаһы түләй бобылях [[оброк]] (бобыльщина, һалым) түләйҙәр. Тәүге тапҡыр бобылдәр 1500 йылғы Псков яҙмаларында телгә алына. 1631—1632 йылдарҙа бобылдәрҙән йөкләмә түләтә башлайҙар, әммә крәҫтиәндәр менән сағыштырғанда уның күләме ике тапҡырға кәмерәк була. ''1679 йылғы подворный обложение'' буйынса үҙ йорттарында йәшәгән бобылдәр һалым буйынса крәҫтиәндәргә тиңләштерелә. Йән башына һалым индерелгәндән һуң (1718—1724 йылдарҙа) бобылдәр крәҫтиәндәр менән ҡушылалар.
 
=== Бобылдәр ҡатламы үҙенсәлектәре в [[Тарихи Башҡортостан|Башҡортостанда]] ===
 
[[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] улустарында бобылдәр йән башына һалым индерелгәндән һуң да ҡатлам булараҡ һаҡланып ҡала. Үҙенсәлеге шунда: бер яҡтан, улар башҡа ҡатламдарҙан айырмалы рәүештә ([[Типтәрҙәр|типтәрҙәрҙән]]) хоҡуҡи документтарһыҙ йәшәй алған («үҙ белдеге менән»). Бобылдәр ҡатламы башлыса крайҙың фин-уғыр халыҡтары вәкилдәренән торған ([[Мариҙар|мари]], [[Мордвалар|мордва]], [[Удмурттар|удмурт]]), араларында [[башҡорттар]], [[сыуаштар]] һәм [[татарҙар]] ҙа осраған. татарҙар араһында хеҙмәтле ҡатламға — [[типтәрҙәр]] ҡатламына күсеү киң таралған була. Башта улар күләме асыҡ билдәләнмәгән [[яһаҡ]] түләгән. 1747 йылда типтәрҙәрҙең һәм бобылдәрҙең яһаҡтары йән башына һалым менән (80 тин) алыштырыла, бынан һуң документтарҙа «типтәрҙәр һәм бобылдәр» ҡатламы тип телгә алына, был ҡатлам ҡайһы бер үҙгәртеп ҡороуҙар менән 1866 йылға тиклем ғәмәлдә була. [[1855 йыл]]да типтәрҙәр һәм бобылдәр Башҡорт№мишәр ғәскәренең хәрби-хеҙмәт ҡатламдарына ҡушылдырыла. Башҡорт ғәскәре бөтөрөлгәндән һуң документттарҙа башҡа телгә алынмайҙар.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бобылдәр» битенән алынған