Исаак Ньютон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
27 юл:
[[1653]] йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫты әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.
 
[[1655]] йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә [[1659]] йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә хужалыҡ эштәрен йөкмәтергә маташа. Уның тырышыуы бушҡа була — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың әсәһен улын [[Кембридж университеты]]на ебәрергә күндерәләркүндерә.
 
Уның [[физика]], [[математика]], [[астрономия]] өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала ([[Готфрид Лейбниц|Г. Лейбниц]] менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәр авторы ла. И. Ньютон, фәндә беренсе булып, [[яҡтылыҡ]]тың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленеү (дисперсик) сифатын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә.