Исаак Ньютон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
25 юл:
[[1646]] йылда уның әсәһе Анна Эйсской ({{lang-en|Hannah Ayscough}}) 63 йәшлек тол иргә кейәүгә сыға, уларҙың өс балаһы була, һәм унда Исаак ҡайғыһы булмай. Әсәһе яғынан бабаһы Уильям Эйской уның ҡурсалаусыһы була. Бала сағында Ньютон аралашмаусан, йомоҡ һәм һөйләшмәҫ була, китап уҡырға һәм төрлө [[техника|техник]] уйынсыҡтар эшләргә ярата: ҡояш сәғәте, һыу сәғәте, тирмән һ.б. Ул үҙен яңғыҙ тип хис итә.
 
[[1653]] йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫынмираҫты әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.
 
[[1655]] йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә [[1659]] йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә хужалыҡ эштәрен йөкмәтергә маташа. Уның тырышыуы бушҡа була — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың әсәһен улын [[Кембридж университеты]]на ебәрергә күндерәләр.