Исаак Ньютон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
19 юл:
 
=== Бала сағы ===
Исаак Ньютон [[граждандар һуғышы]] башланыр алдынан, [[Галилео Галилей]] үлгән йылда Вульстроп ауылында ({{lang-en|Woolsthorpe}}, [[Линкольншир графлығында]]) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы выфатвафат була. Малай сирле, ваҡытынан алда тыуа, сирләшкә була. Бер аҙна буйы ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй.
 
Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары [[1524]] йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай.
27 юл:
[[1653]] йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫын әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.
 
[[1655]] йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә [[1659]] йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә йортхужалыҡ эштәрен йөкмәтергә маташа. Уның тырышыуы бушҡа була — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың әсәһен улын [[Кембридж университеты]]нда уҡыуын дауамна итеүенәебәрергә ирешәләркүндерәләр.
 
Уның [[физика]], [[математика]], [[астрономия]] өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала ([[Готфрид Лейбниц|Г. Лейбниц]] менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәр авторы ла. И. Ньютон, фәндә беренсе булып, [[яҡтылыҡ]]тың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленеү (дисперсик) сифатын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә. И. Ньютонды хаҡлы рәүештә бөйөк һәм мәшһүр ғалим итеп таныткан асыштары механика фәненә ҡарай, әлбиттә. Ул — хәрәкәттең [[механиканың өс законы|өс атаҡлы законын]] асҡан ғалим. Шуларҙың беренсеһе — инерция законы; икенсе законы эмпирик факттар нигеҙендә көстөң ҙурлығы, есемдең тиҙләнеше һәм уның инертлығы (масса менән һүрәтләнә) араһында бәйләнеш булыуын раҫлай ; өсөнсөһө — беренсе есемгә икенсеһе яғынан тәьҫир иткән һәр көс өсөн икенсе есемгә беренсеһе яғынан тәьҫир итеүсе ҙурлығы һәм тәьҫир итеү көсөнөң йүнәлеше менән тиң көс бар. Был һәм башҡа ошондай асыштарҙың әһәмиәте астрономия, физика, механика, математика һ. б. фәндәрнең киләсәктәгекиләсәк үҫеше өсөн генә түгел, бәлки, ғөмүмән донъяның барлыҡ законсаллыҡтарынзаконлылыҡтарын өйрәнеү өсөн дә тейешле нигеҙ, шулай ук этәргес көс булыуҙа тип һанарға кәрәк.
 
== Әҙәбиәт ==