Исаак Ньютон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
[[1655]] йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә [[1659]] йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә йорт эштәрен йөкмәтергә маташа. Уның тырышыуы бушҡа була — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың [[Кембридж университеты]]нда уҡыуын дауам итеүенә ирешәләр.
 
Уның [[физика]], [[математика]], [[астрономия]] өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала ([[Готфрид Лейбниц|Г. Лейбниц]] менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәр авторы ла. И. Ньютон, фәндә беренсе булып, [[яҡтылыҡ]]тың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленеү (дисперсик) сифатын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ кескенәваҡ өлөштәрҙәнҡына өлөшсәләрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә. И. Ньютонды хаҡлы рәүештә бөйөк һәм мәшһүр ғалим итеп таныткан асыштары механика фәненә ҡарай, әлбиттә. Ул — хәрәкәттең [[механиканың өс законы|өс атаҡлы законын]] асҡан ғалим. Шуларҙың беренсеһе — инерция законы; икенсе законы эмпирик факттар нигеҙендә көстөң ҙурлығы, есемдең тиҙләнеше һәм уның инертлығы (масса менән һүрәтләнә) араһында бәйләнеш булыуын раҫлай ; өсөнсөһө — беренсе есемгә икенсеһе яғынан тәьҫир иткән һәр көс өсөн икенсе есемгә беренсеһе яғынан тәьҫир итеүсе ҙурлығы һәм тәьҫир итеү көсөнөң йүнәлеше менән тиң көс бар . Был һәм башҡа ошондай асыштарҙың әһәмиәте астрономия, физика, механика, математика һ. б. фәндәрнең киләсәктәге үҫеше өсөн генә түгел, бәлки, ғөмүмән донъяның барлыҡ законсаллыҡтарын өйрәнеү өсөн дә тейешле нигеҙ, шулай ук этәргес көс булыуҙа тип һанарға кәрәк.
 
== Әҙәбиәт ==