17 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
18 юл:
* [[Имашев Урал Булат улы]] (1945—3.02.2018), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1981—1992 йылдарҙа [[Өфө нефть институты]] һәм [[Өфө дәүләт нефть техник университеты]]ның органик химия кафедраһы мөдире, 1992—1997 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]]ның Нефтехимик эшкәртеү проблемалары институты директоры. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Д. И. Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), [[Рәсәй Федерацияһы]]ның почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры.
* [[Ғәзизов Юнир Хәсән улы]] (1950—15.02.2006), цирк артисы, һауа гимнасы. 1973—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт цирк компанияһының Башҡортостан цирк коллективы артисы, шул иҫәптән 1982—1990 йылдарҙа коллектив директоры; 1990—1997 йылдарҙа Рәсәй Дәүләт цирк компанияһы артисы. [[Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы|Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы]] (1984). Бөтә Союз цирк артистары конкурсы ([[Свердловск]] ҡалаһы, 1982), [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы |Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] (1986) лауреаты.
* [[Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы]] (1950), ғалим-химик. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан — ғәмәли химия һәм физика, 2015 йылдан — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия бүлеге ғилми секретары, 2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице президенты ярҙамсыһы. Химия фәндәре докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Шишмә районы]] [[Сыуалкип]] ауылынан.
* [[Коваленко Олеся Николаевна]] (1975), самбо һәм [[дзюдо]] буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, дзюдо буйынса ике тапҡыр [[Европа]] чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, [[сумо]] буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, егерме өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм ун дүрт тапҡыр Европа чемпионы.
}}</onlyinclude>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/17_ғинуар» битенән алынған