Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге [[Белорет районы]]ның) [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшәләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдеевтең «Башҡорт йортоноң болдоро» тигән әҫәре тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдеев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте<ref>[http://ufa-gid.com/ocherki/istoriya-kartiny-devletkildeeva-quotdevochkabashkirka-v-golubomquot.html ИСТОРИЯИстория КАРТИНЫкартины ДЕВЛЕТКИЛЬДЕЕВАДавлеткильдеева «ДЕВОЧКАДевочка-БАШКИРКАбашкирка Вв ГОЛУБОМголубом»]</ref>. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында [[Мәскәү]]ҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә. Шулай уҡ 1929 йылда [[АҠШ]]-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников, Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдеевтең әҫәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «[[Һунарсы башҡорт]]» әҫәрҙәре була.
 
Әҫәрҙең героиняһы — ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы [[Инйәр]] төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған. Ул саҡта Мәрйәмгә 12 генә йәш булған.