Ҡан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Ҡан''' — [[күҙәнәк]]тәрҙе туҡландырып, тәнҡан тамырҙары буйлап йөрөгән шыйыҡ туҡымаэске среда. Тоташтырғыс туҡымаларҙың бер төрө. [[Организм]]да булған ҡан миҡдары  тән массаһының— 6—8 % -ын тәшкил итә.
 
Ҡан — организмдың тоташтырғыс туҡымаһы төрҙәренең береһе булып тора. Уның төп өлөшөн шыйыҡ хәлдәге күҙәнәк-ара
матдә — плазма тәшкил итә. Плазмала ҡан күҙәнәктәре (ҡан тәнсәләре) — эритроциттар, лейкоциттар һәм ҡан пластинкалары — тромбоциттар
була.
 
Умыртҡалыларҙың ҡаны ҡыҙыл төҫтә. Төҫө эритроциттаҙағы кислородты бәйләүсе гемоглобинға бәйле. Кешенең кислородҡа байыған ҡаны (артериаль ҡан) асыҡ ҡыҙыл төҫтә, ә кислородһыҙ ҡан (веноз) ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә була.
 
Йомшаҡ тәнлеләр (моллюскылар) һәм быуыттығаяҡлыларҙың ҡаны (дөрөҫөрәге, гемолимфа) гемоцианинға бәйле зәңгәр төҫтә була.
 
Дөйөм алғанда, ирҙәрҙең ҡаны уртаса 5,2 л, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы — 3,9 л, яңы тыуғандарҙыҡы — 200—350 мл тирәһе тәшкил итә. [[Организм]]да булған ҡан миҡдары  тән массаһының— 6—8 % -ын тәшкил итә.
 
Ҡан яһаусы ағзалар булып һөйәктең ҡыҙыл кимек матдәһе, тимус, лимфатик төйөндәр һәм талаҡ тора.
 
Биологиның ҡанды өйрәнеүсе бүлеге гематология тип атала.
 
== Составы ==
Ҡан күҙәнәктәргә туҡлыклы матдәләр, кислород килтерә, метаболизм ҡалдыҡтарын сығара. Тән температураһын бер кимәлдә тоторға ярҙам итә, инфекциялар менән көрәшә һәм зарарланған ҡан тамырҙарын таҙарта. Ҡан [[плазма]]нан [[Лейкоциттар|лейкоцит]] һәм эритроциттарҙан тора.
[[Йөрәк]]тең ритмик ҡыҫҡарыуы нәтижәһендә ҡан әйләнеше булдырыла. Ҡан система буйлап ҡан тамырҙары буйынса хәрәкәт итә. Гистобиологик барьер булыу сәбәпле ҡан башҡа тән туҡымалары менән тәьҫир итешмәй. Ҡан кеше массаһының 6,5—7 % тәшкил итә. Умыртҡалыларҙың ҡанындағы [[ҡыҙыл төҫ]]тө эритроциттарҙағы гемоглобин бирә. Ҡайһы бер [[моллюскылар]] һәм [[быуынтыҡ аяҡлылар]]ҙың ҡанына [[зәңгәр]] төҫтө гемоцианин бирә.
 
* [[Лейкоциттар]] — төҫһөҙ күҙәнәнәктәр. Улар [[организм]]ға килеп ингән сит өлөшсәләрҙе эләктереп ала һәм үҙләштереп һаҡлау функцияһын башҡара.
* Эритроциттарҙа гемоглобин тигән махсус матдә була. Ул кислородты еңел генә үҙенә ҡушырға һәм бирергә һәләтле.
* Бынан тыш ҡанда лейкоциттар һәм эритроциттарҙан тыш, ҡан пластинкалары — тромбоциттар була. Улар ҡан системаһы йәрәхәтләнгәндә һәм ҡан аҡҡанда ҡандың ойошоуын тәьмин итәләр.
 
[[Умыртҡалылар|Умыртҡалы]] йылы ҡанлы хайуандарҙың ҡаны тән температураһын көйләүгә булышлыҡ итә.
Һыуҙа йәшәүсе [[балдаҡлы селәүсендәр]] һәм [[моллюскылар]]ҙың ҡаны составы буйынса диңгеҙ һыуына яҡын. Унда лейкоциттар һәм эритроциттар аҙ. Ҡоро ерҙә йәшәгән хайуандарҙың ҡанында был күҙәнәктәр һаны арта.
 
== Ҡан башҡарған функциялар ==
*''Туҡландырыу (трофик) функция''— күҙәнәктәргә туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итеү.
* ''Транспорт функцияһы'' — газдар, туҡлыҡлы матдәләр һәм метоболизм процессы продукттарын күсерә.
* ''КөйләүТән (регурятор)температураһын көйләү функцияһы'' — йылытыу ағзаларынан (бауыр, мускулдар) йылылыҡты таратыу һәм тән температураһын тотороҡло һаҡлау.
* ''Һаҡлау функцияһы'' — ҡандың ойошоноусанлығы, ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы юҡ итеү ,(лейкоциттар ярҙамында), иммун системаһын булдырыу .
*''Гумораль функцияһы'' — ҡандағы химик матдәләр аша тереклек процестарын көйләү.
*''Организм функцияларын көйләү'' — ҡан аша гормондар күсә һәм тереклек процестарын көйләүҙә ҡатнаша.
*''Организмдың эске тотороҡлолоғын һаҡлау'', йәғни гомеостазды даими кимәлдә тотоу.
 
[[Категория:Организм туҡымалары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡан» битенән алынған