Чехов Антон Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
92 юл:
 
Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват, чех, швед телдәренә тәржемә ителә.
 
== Сюжет ==
 
Хикәйәләге ваҡиға йәй көнө дачала бара. Иван Иваныч Лапкин һәм Анна Семеновна Замблицкая тигән йәш кешеләр йылға ярында балыҡ тота, ял итә. Яҡын-тирәлә кеше юҡ, Лапкин ҡыҙға үҙ күңелен асып һала: «Һеҙҙе күргәс тә, Һеҙгә күҙем төштө һәм мин беренсе тапҡыр ғашиҡ булдым, Һеҙҙе бөтә йөрәктән яраттым». Үҙенең мөхәббәте тураһында һөйләү менән бер үк ваҡытта ул ҡыҙға нисек итеп балыҡ тоторға, ҡармаҡты нисек ҡуйырға һәм ҡасан сирткән балыҡты ярға тотоп килтерергә кәңәш бирә. Ҡапыл Анна Семеновнаның ҡармағы сиртә, ул ибәтәйһеҙ генә ҡармаҡ һабын тарта, балыҡ ҡармаҡтан ысҡынып китә. Балыҡты тотоп ҡалырға тырышҡан Лапкин абайламайынса Анна Семеновнаның ҡулынан тотоп ала һәм уның ирендәрен үҙенекенә яҡын килтерә. Тегеһе ситкәрәк тайпылып ҡарай, ләкин инде барыһы ла һуң: «ирендәр иренгә тейешеп, үбешәләр». Был мәлде Анны Семеновнаның ҡустыһы, уларҙан әҙ генә алыҫтараҡ һыуҙа сыр-яланғас торған Коля тигән малай, күреп ҡала. Ул барыһын да күрә һәм «бик әсе мыҫҡыллап йылмая».