Рок: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
Рок музыкаһын, ғәҙәттә рок-төркөм башҡара. Рок-төркөм вокалистан (ҡағиҙә булараҡ ул электрогитарала ла уйнай), бас-гитаристан, барабансынан һәм клавишниктан тора. Бас-гитара, ритм-гитара, һуҡма инструменттар — ритм-секцияны тәшкил итә. Шул аҡ ваҡытта рок-композицияларҙа башҡа төрлө музыка инструменттарын ҡулланыу осрағы ла билдәле.
 
Үҙгәрешһеҙ ритм — рок музыканы айырып торған сифаты. Шулай ҙа 60 йылдар башында уҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө һәм ритмлы рок композициялары барлыҡҡа килә. Электрогитара — соло интрумент булып тора, шулай уҡ клавишалы инструменттар соло булыуы мөкин. Барлыҡ рок төркөмдәрҙә лә вокалист бар. Рок музыкаһы үҫеш дәүерендә [[блюз]] менән гармонияла булһа, хәҙер күпселек йүнәлештәрҙең уның менән дөйөм һыҙаттары юҡ.
 
== Рок музыкаһы социо-фәлсәфә һәм психологик ҡараштан ==
Рок музыкаһы — музканың айырым бер жанры ғына түгел, ХХ быуатта үҙенеү субкультураһын булдырған айырым бер социо-мәҙәни феномен. Был төшөнсә менән күпселек эксперттар килешә.
 
Рок — бер яҡтан дөйөм ҡабул ителгән нармаларға ҡаршы конфликт, ҡапма-ҡаршы кәйефте емерә тоған йәштәр рупоры. Икенсе яҡтан — күңел асыу индустрияһын файҙаланып коммерция килеменә йүнәлтелгән шоу-бизнес ҡоралы. Ошо ике төрлөлөк жанрҙа ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм "күтәрмәле" үҫеүенә килтерә. Ысынында иһә роктың тарихы оҡшаш циклдар аша үтә. Һәр цикл бунт, протест, яңы стилдәр һәм сәнғәт байлыҡтары барлыҡҡа килеү, яңы төркөмдәр һәм башҡарыусылар барлыҡҡа килеү кеүек этаптарҙан тора. Ә артабан даими «эйәләштереү», «коммерциялаштырыу», ябайлаштырыу һәм икенсел рок төркөмдәр төҙөү этабы.
 
Рок музыкаһы үҙ-үҙеңде тотоу һәм тормош ҡиммәттәре, үҙенә күрә айырым фәлсәфә кеүек «рок-н-ролл йәшәү рәүеше» мәҙәни феноменын тыуҙыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө ағымдарҙа барлыҡҡа килгән субкультураларҙың уртаҡлағы юҡ. Рок-музыкһы сағыштырмаса ҙур мауыҡтарғыс энергияға (драйвҡа) эйә. Ул шәхесте йәмғиәттәге тотороҡло принциптарҙан, стереотиптарҙан, тирә-яҡтағы ысынбарлыҡтан азат итә<ref>[http://www.profistart.ru/ps/blog/19675.html Генезис и эволюция идеологии эпохи рок-н-ролла (1950-60 е гг.)]</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рок» битенән алынған