Рок: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
[[АҠШ]], [[Көнбайыш Европа]] (айырыуса [[Бөйөк Британия]]) — рок музыканың үҙәктәре булып тора. Текстар башта инглиз телендә була, һуңғараҡ башҡа телдәрҙә лә рок башҡарыла. Рус рогы [[СССР]]-ҙа 60—70 йылдарҙа барлыҡҡа килә һәм 90-сы йылдарға тиклем үҫешә.
 
== Рок музыкаһы музыкаль-теоретик ҡараштан ==
Рок музыка жанрының (музыка жанрҙарының башҡа төрҙәре — [[халыҡ музыкаһы]], [[академик музыка]], [[джаз]] һәм башҡалар) бер төрлө. Шунан сығып рок музыкаһы теорияһын уның музыкаль айырмалыҡтары һәм сифатын музыка жанры булараҡ өйрәнергә кәрәк.
 
Рок музыкаһын, ғәҙәттә рок-төркөм башҡара. Рок-төркөм вокалистан (ҡағиҙә булараҡ ул электрогитарала ла уйнай), бас-гитаристан, барабансынан һәм клавишниктан тора. Бас-гитара, ритм-гитара, һуҡма инструменттар — ритм-секцияны тәшкил итә. Шул аҡ ваҡытта рок-композицияларҙа башҡа төрлө музыка инструменттарын ҡулланыу осрағы ла билдәле.
 
Үҙгәрешһеҙ ритм — рок музыканы айырып торған сифаты. Шулай ҙа 60 йылдар башында уҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө һәм ритмлы рок композициялары барлыҡҡа килә. Электрогитара — соло интрумент булып тора, шулай уҡ клавишалы инструменттар соло булыуы мөкин. Барлыҡ рок төркөмдәрҙә лә вокалист бар. Рок музыкаһы үҫеш дәүерендә [[блюз]] менән гармонияла булһа, хәҙер күпселек йүнәлештәрҙең уның менән дөйөм һыҙаттары юҡ.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рок» битенән алынған